

Мин ирҙәрҙе күтәрәм.
(Кәмселеккә ҡалған иргә,
Мин - бисәнән һүҙ әрәм).
Мин баш итеп күрәм ирҙе,
Баш - баштаҡ түгел үҙем.
Башлы ирҙең эргәһендә
Тыныс бит күңел үҙе.
Мин баш итеп күрәм ирҙе,
Аша бик атламайым.
Тик талабым - ир үҙе лә,
Асылын ваҡламаһын.
Асылында ирҙең - көрәш,
Иреш , баҫтырыш түгел.
Әйтһә лә, ирҙең әйткәне -
Оран. Ҡысҡырыш түгел.
Әйтә белһен тимен, ирҙәр,
Һүҙҙең тоғро, хаҡлыһын.
Батшамы ул төбәлгәне,
Башҡамы ул - үҙ һүҙенең
Намыҫ, бәҫен һаҡлаһын.
Баҙамаһын ине ирҙәр,
Түрә - ҡара ҡашында.
Ҡарашын ергә төбәргә,
Яулыҡ түгел, ир белдеге -
Аҡыл даһа башында.
Ҡаушамаһын ине ирҙәр,
Бисә ҡаушаған ерҙә.
(Аттар тулай, дилбегәһе
Ирҙең бушаған ерҙә).
Мин ирҙәрҙе кәмләмәйем.
Ирҙәр - донъя терәге.
Терәктәрҙе еректерә,
Ирмен тигән ирҙең генә
Тоғро типкән йөрәге.
Наилә Хәмбәлиева.