Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
10 Июль , 08:00

Шиғри тулҡында

Гөлназ ҠОТОЕВАның ижадын үҙ иткәндәр күп. Шағирә күңеленән сыҡҡан, үҙ күҙҙәре менән күргән, кисергән мәлдәрен аҡ ҡағыҙға теркәй. Бөгөн уҡыусыларыбыҙға түбәндәге шиғырҙы тәҡдим итәбеҙ. Ә һеҙ болоттарҙы күҙәтергә яратаһығыҙмы?

Шиғри тулҡындаШиғри тулҡында
Шиғри тулҡында

Болотҡа оҡшашлыҡ

Ҡабара болоттар, ҡабара,
Күктәрҙә ҡанатын яҙа ла.
Оҡшай ул күперткән күбеккә,
Ебәктән туҡылған бер епкә...
Оҡшай ул яҫтаған яҫтыҡҡа
Йә оҡшай күлдәге балыҡҡа.
Аҡбуҙат булып та йәйелә,
Аҡсарлаҡ төҫлө лә кәйелә.
Арыҫлан кеүек тә ҡабара,
Ҡояшҡа үрелеп ялбара:
Бүҫкәрә бер аҙҙан һағышы,
Кешенең дә шулдыр айышы:
Болоттай ҡабарып, киңәйеү,
Ҡай саҡта күп көтөп һемәйеү.
Тулышыу, сайпылып, бүҫкәреү,
Бараһын йөрәктән үткәреү.
Болоттай, юҡ булып, таралыу,
Һуңынан яңынан яралыу.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас