

Трассанан ауылға, автобус инмәй, йәйәү атлай торғас, ҡаранғы төшөп китте, 30 декабрь, яңы йыл етеп килhәлә, байрам кәйефе юҡ ине, ауылга етә килә, ҙур 100 йәшәр ҡарағас ултыра, ауылға костоправҡа, килгән халыҡ, ағас төбөнә хәйер итеп, тинлектәр ташлап китә инеләр.. беҙ бала саҡтала, шул тинлектәр өсөн малайҙар менән hуғыша торғайныҡ, бер нимәлә үҙгәрмәгән икән.. ике малай, бер бәләкәй гена ҡыҙ бала, ҡаранғыла, сутыр - сутыр hөйләшеп, аҡса йыялар.
якынлаhам ҡурҡытырмын тип, сумкамдан аҡса сығарҙым да, кысҡырып йыраҡтан өндәштем:
- hаумыhығыҙ балалар! килегеҙ миңә, аҡса бирәм! - тинем.. тик яныма килергә, берәүҙә ашыҡманы, киреhенсә, ҡурҡып ҡасырға тотондолар, ике малай шәп югерҙеләр, тик ҡыҙ бала ғына, ҡолап илай - илай ятып ҡалды.. Йүгереп барып кутәреп алдым.
- ҡурҡма! илама! мин һине рәнйетмәйем, мин Гузәл булам, дуҫтар булайыҡ! ҡыҙ бала, башын аҫҡа эйеп, өндәшмәне.
- йә ярай, эйҙә ҡайттыҡ! күтәреп ҡызыҡайҙы атларға тотондом,..кәүҙәгә бәләкәй генә, аяҡтары нәҙек кенә, йока пальто, вязаный шапка, бер ҡат колготки hәм быйма менән, өшөгән баланы, бынау hыуыҡта, кем урамға сығарҙы икән? - тигән уй, борсой ине мине..
Бына коттеджым алдына килеп тә еттек!
- Исемең кем?, ҡайҙа йашәйhең hин? өйөңә оҙатайыммы?..
Башын кутэреп, турhайҙыла ҡыҙсыҡ, минэ уҫал ҡараш ташланы:
- Наза! минең исемем, ямаҡ исем! "Наза - коза" - тип үсекләйҙәр мине..
- ҡалай матур исем! Наза!!! ул исем тураһында, йырҙа бар: Наза, Наза, Наза матур кыҙ бала!!!
Әйҙә миңә ҡунаҡҡа, пряник менән сәй эсербеҙ, әйзә!
- Юҡ!!! бармайым, мин прәник яратмайым, көн дә прәник, пишинйә, кәнфит, ашайым! мин сосиска менән макарон яратам!
- әсәйең өйҙәме?
- Юҡ! ҡунаҡҡа китте ул, миңә макарон, сосискалар алып ҡайтасаҡ, вәт!
Ҡулымдан тейен тиҙлегендә, hикереп төштөлә Наза :
- мин ҡайттым! атайым йоҡлап ята өйҙә, өшөп бөттө инде, уға юрған ябып торор кәрәк, йылынhа уянасаҡ! - тинелә, йүгереп, ике өй аша торған, емерек ҡапҡа аҫтынан шыуышып, ятып инеп китте...
Төнө буйы Назаны уйлап, йоҡламай камин ягып сыҡтым, нишләптер ул ҡыҙ, минә, бала саҡтағы уҙемде хәтерләтә ине... Иртән тороу менән, Назаның өйөнә, аяҡтарым үҙҙәре йүгерҙеләр, ҡапка бикле, ярыҡтан кыҫылып ҡына индем, ишектен келәhе бикле түгел ине, өй hыуыҡ, иҙәндә кәкерәйеп кенэ, бер ир ята, өҫтөндә ҡат - ҡат сепрәктәр ябылған, янында бәлтәhен ябынып, Наза ята.. өҫтәл тулы, ҡатып бөткән прәник, печенье, буш hауыттар, бысраҡ посуда, иҙәндә тәмәке төпсөктәре, буш шешәләр.. Назаны күтәреп, диванға hалдымда, ирҙе уятырга тотондом, юрған, одеяло, өҫтөнә ябылған сепрәктәрен, аса торғас, ирҙең үле кәүҙәhен күреп, ҡотом осто.
Күҙҙәремә йәштәр тығылды, шулайҙа ҡалтыранған ҡулдарым менән полиция номерын йыйҙым телефонымдан...
Участковый менән полиция килгәнсе, Назаны мин, ҡосаҡлап йылытып ултырҙым,
- Нишләп, атайым улай оҙаҡ, йоҡлай ул? - hораулы ҡарашын Наза минә ташланы, нимә тип, яуап бирергәлә белмәнем, йөрәгем ярылып ҡына, сығып бара ине...
Тәфтишсе менән эксперттың арттарынан югереп, тышҡа сыҡтым,
- Үлгәненә нисә көн?
- Примерно 1 аҙна тирәhе, бәлким әҙерәктер ҙә, точноhын ғына әйтә алмайым, үлем насильственный түгел, эсеп үлгән, шулай булғас, бөгөн үк, ерләп ҡуйhағыҙҙа була! - тинеләрҙә, машинаға ултырып, китеп тә барҙылар.. ашыға инеләр шул, бөгөн 31 декабрь, яңы йыл бына - бына, килеп етергә генә, тора бит!..
Назаны өйөмә алып ҡайттым да, атаhын ерләр өсөн, кешеләр эҙләп, ауыл буйлап сығып киттем..
Зыяраттан ҡайтҡас, Назаға ашыҡтым, сәғәт 15:00, Яңы йылға бешеренеп тә өлгөрөргә кәрәк ине, Назам нәҙек кенә ҡулдары менән мине етәкләп, артымдан ҡалмай йөрөнө, ҙур бейек, клуб кеүек өйҙә, ятhырап ҡурҡҡанын белә инем.
Әленән әле, тәҙерәгә югереп барып, нимәлер шыбырлайҙа, кире килә ине яныма.
- Нишләйһең Наза?- тинем йылмайып.
- Яңы йылды саҡырам! тиҙерәк кил! - тип өндәшәм, ул мине ишетә ул, сөнки яңы йылда әсәйем ҡайта, hағындым әсәйемде, ныҡ ҡына! былтырҙа ҡайтты, сосиска менән макарон алып ҡайтты, мин яратып ашаған, мәмәй бит ул!
- Әйе! Ҡыш бабай ҙа килер ивет?
- Юҡ!!! Мин ҡыш бабайға ышанмайым, сөнки ул иҫерек була, үҙем күрҙем урамда! Мин Яңы йылға ышанам, яңы йыл, араҡы эсмәй!!!
- Ярай, әйҙә макарон ашайыкта, шунан сосиска алырға барырбыҙ кибеткә, килештекме?..