Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
12 Июля , 02:07

ЯҢЫ МАШИНА

Яңы, гүзәл, күҙ яуын алырлыҡ машинаһында, музыка уйнатып, гөрөлдәп ҡайтып туҡтаһа, үҙе лә һөйөнөр техника яратҡан атаһы. “Булдырғанһың, улым!" тиер. Тик әлегә аңламай уны атаһы. Бына бит ниндәй ҡылана! Улына алиментҡа судҡа биргән! Аҡса етмәйме уға?! Ни етмәй?

ЯҢЫ МАШИНАЯҢЫ МАШИНА
ЯҢЫ МАШИНА

Себерҙә яҡшы ғына эш хаҡы эшләп алып, тормош көтөп ятҡан Фәүис әллә ҡасан уҡ яҡшы, бик шәп машина һатып алырға хыяллана. Йөрөп торорға машинаһы бар ул барлыҡҡа. Тик Фәүистең, нисек кенә булһа ла, ауылдағы йөҙгә-йөҙ күршеһе Наилдән уҙҙыраһы килә. Танауына сиртәһе килә шуның! Әй, мин һиңә әйтәм, ҡайтып туҡтаған була, туҙан туҙҙырып, үҙенең яңы "Ауди"йында. Кем булған тирһең! Үҫкән саҡта танау гел аҫты кипмәгән, ауыл малайҙарының туҡмауынан арынмаған бер илаҡ ине инде! Хәҙер танымаҫһың ла. Фәүис унан ҡайһы ере менән кәм? Юҡ, нисек кенә булһа ла уҙҙырырға кәрәк шул сүптән. Йөрөмәһен маҡтанып. Көн хыялланды, төн хыялланды Фәүис яңы машина һатып алыу тураһында. Ҡатыны менән бөтә сығымдарҙы, расходтарҙы ҡыҫтылар. Ҡыҙҙарына ла күп аҡса туҙҙырырға ирек ҡуйманылар. Ике эшкә керҙе Фәүис. Машинаға ҡыҙып-ҡыҙып аҡса йыя башланылар.

Тора-бара яңы машина хаҡында хыялы бәйләнсек уйына әүерелде Фәүистең. Бар тыныслығын юғалтты. Күңеленә көнләшеү ҡорто кергән Фәүис, атаһының ҡапҡа төбөнә яңы, ҡыйбатлы машина менән ҡайтып туҡтап, күршеһе Наилдың һәлпәйгән танауын күҙ алдында килтергәс кенә, әҙерәк тынысланды. Атаһы тигәндән, биш йыл уны күрергә ҡайтмауының төп сәбәбе лә шул машинала ине. Һикһәнде ҡыуған атаһының хәлен телефондан белешеп торһа ла, машинаға аҡса йыйған Фәүис ауылға ҡайтырға бер ҙә яй тапманы. Ҡарттың уға бик үпкәләүен белә ине улы. Тик ул уйҙарында үҙ-үҙен аҡларға тырышты. Атай нимә? Ул йәшәһен йәшәгән. Донъя ҡайғыһы киткән хәҙер унан. Ә беҙгә тағы ла тормош ҡыуаһы бар. Теге кәрәк, был. Шул иҫәптән, яңы машина кәрәк. Хуплаһа ла була инде улының теләген. Үҙе ҡағылдырҙы бит үҫкән саҡта ике улына машина "енен". Ғүмере буйына колхозда тракторҙа эшләгән Сәүи иҫке техниканы бик ярата, бик аңлай ине. Алты йәшлек Фәүис һәм унан да бәләкәй энеһе Ризуанды итәгенә ултыртыр ине лә, рулдә йөрөтөр ине. Аталарынан өйрәнеп, ике йәш кеше Сәүиҙең "Жигули"йын бер тында һүтеп-ҡорорға өйрәнделәр. Ә хәҙер үҙе ни ҡылана аталары?! Үпкәләгән, имеш! Ҡайтмайҙар, имеш! Ҡайтырбыҙ, бына яй ғына сыҡһын. Иҫке машинаһы менән башҡа ҡайтмаясаҡ унда Фәүис. Яңы, гүзәл, күҙ яуын алырлыҡ машинаһында, музыка уйнатып, гөрөлдәп ҡайтып туҡтаһа, үҙе лә һөйөнөр техника яратҡан атаһы. “Булдырғанһың, улым!" тиер. Тик әлегә аңламай уны атаһы. Бына бит ниндәй ҡылана! Улына алиментҡа судҡа биргән! Аҡса етмәйме уға?! Ни етмәй? Кесе улы Ризуан уны ҡарап, тәрбиәләп тора. Пенсия алып тора. Етә уға барыһы ла. Улы ҡайтмағанға үсләшә ул. Татарҙа булмаған күренеш! Атаһы улын алиментҡа биргән! Фәүис энеһе Ризуанға шылтыратты: “Был ниндәй хәл был? Ни ҡылана беҙҙең ҡартлас? Аҡса кәрәккәнме уға?" – тип, телефонды йоторҙай булып ҡысҡырҙы асыуынан шартларҙай булған Фәүис. Аҙ һүҙле энекәше: "Аҡса кәрәкмәй уға. Һин кәрәк", – тине лә трубканы һалдды.

Шулай Фәүис үҙ атаһына алимент түләй башланы. Атаһының был ҡыланышынан аптырауының, ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине. Һикһәнде ҡыуған ир аҡылын юя башлаған, моғайын. Бына бер аҙҙан ҡайтһын ғына булһа ла ауылға! Барыһын да әйтәсәк ул атаһына!

Тик өлгөрә алмай ҡалды Фәүис атаһына әҙерләгән әйтәһе һүҙҙәрен әйтергә. Ул, йылҡылдап торған яңы, бик шәп, күршеһе Наилдыҡынан күпкә ҡыйбатыраҡ машинаһына ултырып ҡайтып төшкәндә Сәүи ҡартты ерләп зыяраттан ҡайтҡандар ине инде. Фәүис машинаһын төбөндә атаһы ултырырға яратҡан тирәк янына ҡуйҙы ла ишек алдына инде. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр тыуған өйөнә керәһе килмәне уның. Атаһы, әсәһе булмаған йортҡа... Ниндәй өсөндөр ауыр ине уға. Ниндәй өсөндөр оят ине... Ул, әкрен генә болдорҙан күтәрелеп, тышҡы верандаға үтте. Өйҙә эстә мулла бабайҙың йыназа доғаһы уҡығаны ишетелә. Фәүис, верандаға инеп, юл кейемдәрен һалды. Бында барыһы ла элеккесә. Тик Сәүи ҡарттың диуарҙа эленеп торған ҙурайтылған, йылмайып төшкән йәшлек һүрәтендә атаһы асыуланған кеүек иренен ҡыҫҡан... Фәүис тәҙрә аша тышҡа күҙ һалды. Бына юл аша ғына Наилдың туҙанға батҡан "Ауди" машинаһы тора. Бына иреште лә Фәүис хыялына. Уҙҙырҙы ул Наилдан. Тик ни өсөндөр шатлығын ғына тойманы ул хәҙер. Йылдар буйы көткән еңеү күңеленә килмәне. Уның өр-яңы, ҡыйбатлы машинаһы атаһының тыйнаҡ ҡына йорто янында әллә нисек сит-ят, артыҡ күренә...

Уйҙарына батып, веранда тәҙрәһенән ҡарап торған Фәүис, өйҙән энекәше Ризуандың янына сығып баҫыуын да һиҙмәне. Ҡыҙарған күҙҙәрендә ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ ҡараш күренһә лә, энекәш ағаһына күрешергә ҡулын һуҙҙы. Атаһының ниндәй халәттә, ҡасан үтеүен һорашҡас, Фәүис энеһенән: “Нишләп ерләнегеҙ? Ни өсөн мине көтмәгеҙ?", – тип һораны. Энекәше уйсан ғына: "Биш йыл көттөк һине..." – тип яуапланы. Кисен, йыйылған халыҡ таралышып, яҡын туған-тыумаса ғына ҡалғас, Ризуан ағаһына ҡалын ғына, ҡағыҙға төрөлгән төргәк һуҙҙы. “Һиңә атайҙан...", – тине лә, бер ситкә китте. “Атайҙың васыятылыр..." – тип уйлана-уйлана, Фәүис еп менән ныҡлап бәйләнгән төргәкте һүтте. Унан... Фәүистең атаһына ебәргән алимент аҡсалары, Сәүи ҡарттың бер нисә йыл йыйған аҡсаһы һәм ... ҡош телендәй генә хат ята ине. "Улым, ҡайтҡанһың да. Бына һиңә машинаға аҡса. Иҫән йөрө, улым", – тип яҙылған ине...

Физәлия ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.

Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите.

Автор:
Читайте нас