ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ӘЙТЕП ҠАЛАЙЫҠ
Ерҙә мәңге йәшәү мөмкин түгел.
Ер үҙе лә түгел мәңгелек.
Бер- беребеҙгә йылы һүҙле булып,
Ҡылып ҡалайыҡсы изгелек.
Йылы һүҙҙәр һатып алынмай бит,
Ниңә шуға һаран икәнбеҙ.
Ваҡытында әйткән йылы һүҙҙең
Беләбеҙ бит дауа икәнен.
Уйламайса әйткән ауыр һүҙҙәр
Уңалмаҫлыҡ яра, эҙ һала.
Йәнде үртәп күңел дәртен һүрә.
Ғәфү һорау гелән һуңлана.
Йәшәйексе миһырбанлы булып,
Изгелекле итеп күңелде.
Былайҙа бит шатлыҡ-ҡыуаныстан
Үкенестәр күберәк түгелме.
Күрше хәлен белеү, сәйгә алыу
Матур йолаларҙа юғала.
Фани донъяларҙа үҙеңдән һуң
Яҡындарға беҙҙән ней ҡала.
Бер ултырып һағынып һөйләр өсөн
Ҡалһа ине исем - затыбыҙ.
Яҡшы кеше ине тип әйтергә
Булһын ине беҙҙең хаҡыбыҙ.
Р. Ибрагимова