

Күбәләккә сәскә кәрәк,
Ялҡын төҫлө төҫ кәрәк.
Ҡанат киреп осор өсөн
Бөркөттәргә күк кәрәк.
Тере япраҡ — ҡошсоҡтарға
Тирбәлер ботаҡ кәрәк.
Ҡосаҡ етмәҫ олондарға
Ай(ы)рылыр сатаҡ кәрәк.
Толом-толом йылғаларға
Сулпылы шаршы кәрәк.
Ҡорғаҡһыған ҡара ергә
Һуғарғыс тамсы кәрәк.
Алҡынып та ағыр өсөн
Һыуҙар кәрәк ярҙарға.
Айға кәрәк Ҡояш нуры,
Былбыл кәрәк талдарға.
Баҫыуҙарға орлоҡ кәрәк,
Ҡом кәрәк сүллектәргә.
Далаларға ҡылған кәрәк,
Офоҡтар — киңлектәргә.
Бейек тауҙың баштарына
Шаулаған урман кәрәк.
Диңгеҙҙәргә елдәр кәрәк,
Дауыллап тормаҡ кәрәк.
Әсетке кәрәк ҡамырға,
Эселәсәк балға — ҡур.
Һыйлар өсөн дуҫтар кәрәк,
Кәңәшләшкә кәрәк ҡор.
Бер Аллаһҡа яңғыҙлыҡ хуп,
Кешегә иштәр кәрәк,
Бергәләшеп күтәрергә
Арҡаға биштәр кәрәк.
Яҡшы атҡа ҡыңғырауҙар, —
Еңеүҙе данлау кәрәк,
Ҡайҙа юл тотҡанды белеү,
Донъяны аңлау кәрәк.
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА.