Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
15 Июль , 09:10

Үтмә әле, йәйем, ашыҡма...

Йәй ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ ул, һеҙгә лә шулай тойоламы? Еләк йыйып, дарыу үләне киптереп, йылғала һыу ҡойоноп, сәйәхәт итеп өлгөрҙөгөҙмө әле? Әллә үтеп барған ваҡытты теҙгенен тартып, туҡтатып торайыҡмы?!

Үтмә әле, йәйем, ашыҡма...Үтмә әле, йәйем, ашыҡма...
Үтмә әле, йәйем, ашыҡма...

Үтмә әле, үтмә, сәскәле йәй,
Йәйләүҙәргә тирмә саҡ ҡорҙом.
Диңгеҙҙәрҙә йөҙгән һалғынамды
Ел ыңғайы әле саҡ борҙом.

 

Үтмәй торсо әле, ҡабаланма,
Һине күргәндәй ҙә булманым.
Йә болотоң баҫып ямғыр ҡойҙо,
Ҡояш йылыһына туйманым.

 

Наҙҙарыңда, эй, ирейһе килә,
Сәскәләрҙең тойоп хуш еҫен,
Күрге килә ҡара ямғырҙан һуң,
Ҡояш нурын, йәйғор төҫөн.

 

Өлгөрмәнем ниәттәрем үтәп,
Ах, үҙем тылсымсы булһамсы!
Үтеп кенә барған ваҡыттарҙы
Теҙген тартып кире борһамсы!

 

Үтмә әле, ҡабаланма йәйем!
Әле һиндә йәшәп туйманым.
Ваҡыт ҡуласаһы тәгәрәй шул,
Беҙҙән тормай- шуны уйланым...

 

Ә әлегә йәйләп туйманым...

(Рузалиә НИҒМӘТУЛЛИНА)

Автор:
Читайте нас