Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
16 Июль , 09:00

Көтөү (Сәкинә ТОТМАНОВА)

Ысынлап та, кеше ғүмере буйы нимәлер көтөп йәшәй. Ул быны ҡысҡырып  әйтмәй, эстән генә теләй. "Иртәгә, бер айҙан, бәлки, йыл үтер ҙә тормошом яйға һалыныр, бөтәһе лә булыр" тип өмөтләнә. Күңелгә шулай тыныслыҡ биргән уйҙан мәхрүм итмәһен яҙмыш. Бәхетле булайыҡ, һеҙгә лә шуны теләйем!

Көтөү (Сәкинә ТОТМАНОВА)Көтөү (Сәкинә ТОТМАНОВА)
Көтөү (Сәкинә ТОТМАНОВА)

Көтөү...
Кеше һәр саҡ көтә... Бына тиҙҙән
Мөмкинселектәр тип асылыр...
Ниҙер булыр, мин дә үҙгәрермен,
Бушҡа ярһыуҙарым баҫылыр...
Кеше өмөтләнә... Бына бер көн
Бөтә ҡаршылыҡтар юғалыр,
Дәрәжәм дә артыр, дәрт тә килер,
Торғонлоҡтоң боҙо ҡуҙғалыр.
Кеше көтә... Килер бер саҡ, тиеп,
Аҡса тулы булыр кәҫәлә.
Шул ваҡытта яңы өй һалырмын,
Хатта диңгеҙ булмаҫ мәсьәлә...
Кеше сабыр итә, әҙерләнә,
Шул көн килгәс, йоҡлап ятмаҫҡа....
Аңламай шул, ул көн - бөгөн ине...
Үтте инде, кире ҡайтмаҫҡа...

/Сәкинә Тотманова/

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас