Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
22 Июль , 09:11

Яҡындарығыҙға байрам сәйе әҙерләгеҙ!

Ваҡыт үткән һайын баласаҡтағы түңәрәк өҫтәлде һағынам. Унда атай-әсәйем, алты бала иркен һыя торғайныҡ. Суши-роллы, самса, хот-дог түгел, итле картуф һәм усаҡта әҙерләнгән ҡоймаҡ биҙәр ине табынды. Атайым урынына ултырғас ҡына ризыҡҡа үрелер инек беҙ. Быны ҡайҙан белдек икән ул?

ӘСӘЙЕМДӘЙ!

Оло табаларҙа ҡоймаҡ ҡойоп,
Биҙәй әсәй таңдың һарыһын,
Хәл итмәҫлек хәлдәр булғанда ла
Уртаҡ ризыҡ көйләй барыһын.

Әсәйемдең тәмле бәлештәре,
Хуш еҫ бөрккән үлән сәйҙәре...
Башҡасараҡ хәҙер был донъялар,
Бүтәнерәк хәҙер йәйҙәре.

Шул табында һағынып көтөп алған
Туғандар ҙа тырам-тырағай!
Әсәйемдәй улар өҙөлөп тормай,
Хәлең нисек тиеп һорамай...

Һәр кемдең үҙ мәшәҡәте хәҙер:
Уңға саба, һулға сабалар.
Туғандарым, әйҙә, йыйылайыҡ –
Һатып алдым оло табалар.

Мин үҙем дә хәҙер эш атылай,
Саҡырған юҡ һеҙҙе, күргән юҡ.
Сит илдәргә сәфәрҙәргә сығам,
Һеҙҙең хәлегеҙҙе белгән юҡ.

Әсәйемдәй оҫта булмаһам да
Ҡоймаҡ ҡоям әле бер таба.
Туғандарым, кемдә ниндәй хәлдәр,
Һөйләшәйек һалып уртаға...

Тәмле генә итеп сәй яһармын,
Мәтрүшкәнең ҡушып һарыһын.
Һәр берегеҙҙә – әсәйемдең төҫө,
Һәр берегеҙҙә – атайымдың төҫө, 
Йыйып алам әле барыһын!

Зөлфиә Ханнанова.

Яҡындарығыҙға байрам сәйе әҙерләгеҙ!
Яҡындарығыҙға байрам сәйе әҙерләгеҙ!
Автор:
Читайте нас