Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
26 Июль , 07:00

Эйй, ваҡыт...

Һеҙ матурлыҡты нимәлә күрәһегеҙ? Рәми Ғарипов иһә уны үҙенсә күҙаллай.

МАТУРЛЫҠ

Үтер йылдар,
Үтер күп быуаттар
Һәм асылыр яңы донъялар.
Беҙҙең тормош,
Беҙҙең әкиәттәр
Тарих биттәренә оялар.
Был тарихты уҡып, киләсәктә
Рәхәтләнеп, бәлки, көлөрҙәр?..
Ә кем белә,
Бәлки, беҙгә кире
Ҡайтыр өсөн һағынып йөрөрҙәр?
һағынмаһалар ҙа,
Һоҡланырҙар:
— Ниндәй көс, тип, ниндәй батырлыҡ!
Шул батырлыҡ —
Беҙҙең матурлыҡ та,
Ә бит ҡабатланмай матурлыҡ!

(Рәми ҒАРИПОВ)

Эйй, ваҡыт...
Эйй, ваҡыт...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас