Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
27 Июль , 07:16

Ғүмеребеҙ зая үтмәһен

Минуттарҙың ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәйексе дуҫтар доньяла.
Иң яратҡан яҡын кешеләрҙән,
Йөрәктәрҙә яҡты эҙ ҡала.

Мәңге йәшәр өсөн тыумағанбыҙ,
Барыбыҙҙа яйлап китәбеҙ.
Фани донья өсөн тырышабыҙ,
Әйтерһеңдә мәңге килгәнбеҙ.

Яҡындарҙы юғалтаһы килмәй,
Иртә өҙөлмәһен ғүмерҙәр.
Иман тулы оҙон ғүмер кисеп,
Татыу йәшәйексе был ерҙә.

Минуттарҙы кире әйләндереп,
Булһа икән бары бер мәлгә.
Шул сағында һөйөп ҡарар инек,
Беҙ юғалтҡан яҡын кешеләргә.

Фәниә СЫҢҒЫҘОВА(Мөхәмәтшина)

Ғүмеребеҙ зая үтмәһен
Ғүмеребеҙ зая үтмәһен
Автор:
Читайте нас