Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
31 Июля , 05:03

ДИНИС БИШЕГЕ

Өй түрендә өрлөктәге бишек - һинең бишек, һаман һаҡлана.

ДИНИС БИШЕГЕДИНИС БИШЕГЕ
ДИНИС БИШЕГЕ


Был бишектә күпме бала үҫкән,
Ныҡлығына барыһы һоҡлана.

Әсәң һине ошо сәңгелдәккә
Һалып бишек йыры йырлаған,
Улым иҫән генә үҫһен, тиеп,
Кеше булһын, тиеп юраған.

Үлмәһендәр, тиеп, балалары,
Әсәң биргән һинең бишекте.
Тылсымлы тиҙәр бит бишегеңде,
Һалған һәр бер бала бешекте.

Ошо сәңгелдәккә һалған улға
Һинең исемеңде ҡушҡандар.
Динис атлы яҡташыңды беләм,
Һиңә оҡшап, телдәр һәм уңған.

Сөйгә элгән бишек үҙенә тарта –
Ҙур шәхестең имле бишеге.
Ҡунаҡтарҙы гел ҡаршылап торһон,
Ябылмаһын музей ишеге!

Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.

Автор:
Читайте нас