Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
1 Августа , 08:00

Рамай Ҡаһир беҙҙең турала

Һаумыһығыҙ! Иң матур һүҙҙәрҙең береһе инде ул. Һеҙ нисек иҫәнләшәһегеҙ?

Шундай наҙлы һәм яғымлы,
Дуҫтар, һеҙҙең тауышығыҙ.
Күңелемде йылыта шул
Тылсымлы һүҙ: "Һаумыһығыҙ!"
Беҙ бер илдә төпләнгәнбеҙ,
Уртаҡ беҙҙең яҙмышыбыҙ.
Барығыҙҙың ҡулын ҡыҫам,
Ватандаштар, һаумыһығыҙ!

Уртаҡ беҙҙең ҡайғы-һағыш,
Уртаҡ беҙҙең шатлығыбыҙ.
Һаулыҡ биреп, һаулыҡ алып
Үтһен йәшлек-ҡартлығыбыҙ.
Йөрәгемә һары майҙай
Яғылып ҡалды тауышығыҙ.
Күңелдәрҙе йылыта шул
Тылсымлы һүҙ: "Һаумыһығыҙ!"

Рамай ҠАҺИРОВ

Рамай Ҡаһир беҙҙең турала
Рамай Ҡаһир беҙҙең турала
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас