Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
2 Августа , 03:05

ТӨШӨММӨ БЫЛ, ӨНМӨ?..

Төшөммө был, өнмө? Миңә тиеп,Тиреп кенә йондоҙ алып бирҙең.Мин – фәрештә имеш, һинең һыныңАлып батырылай ине Ерҙең.

ТӨШӨММӨ БЫЛ, ӨНМӨ?..ТӨШӨММӨ БЫЛ, ӨНМӨ?..
ТӨШӨММӨ БЫЛ, ӨНМӨ?..

Төшөммө был, өнмө? Миңә тиеп,
Тиреп кенә йондоҙ алып бирҙең.
Мин – фәрештә имеш, һинең һының
Алып батырылай ине Ерҙең.

Рәхәтлектән иҙрәп, йондоҙ ирей,
Устарыңда сайҡалғанда Йыһан.
Гонаһ булыр бөгөн ҡуйыныңа
Сумыуҙарҙан үҙ-үҙемде тыйһам...

Шаршауҙарын Күктең асайыҡ та,
Әйҙә, остоҡ минең Йыһаныма!..
Үкенмәҫлек булһын был гонаһлы
Ерҙе йәшем менән йыуғаныма.

Әйҙә, остоҡ!
Исмаһам, бер тапҡыр
Ер әйләнһен тик икебеҙ өсөн.
Зыр әйләнһен!
Ә беҙ бер татыйыҡ
Ер-Күкте бер иткән һөйөү көсөн.

Башы әйләнһен дә, Оло Йыһан
Иҫәп-хисабында... яңылышһын.
Беҙҙе күреп, Ҡояш оялһын да
Сыҡмайыраҡ торһон, аймылышһын...

Бөгөн Ерҙең нимә туйлағанын
Фәрештәләр күрҙе – Йыһан белә.
Алып батыр устарында берәү
Иркәләнә бирһен иҙрәп кенә...

Ғәлиә Кәлимуллина.

Фото архивтан.

Автор:
Читайте нас