Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
3 Августа , 01:05

ЕН ТӘҘРӘҺЕ

Кеҫә телефонына бағышлана.

Һис эшем юҡ ҡыҙымда,
Һис эшем юҡ улымда,
Ен тәҙрәһе - ҡулымда.

Ул бит ғәзиз иремдәй!
Ҡарайым мин иренмәй -
Ниҙәр генә күренмәй!

Эшкә барам - текләйем,
Эштән ҡайтам - текләйем.
Унһыҙ донъя көтмәйем -
Бер аҙым да үтмәйем...

Сәс ҡабартам, буянам,
Әйтергә лә оялам:
Уны һыйпап йоҡлап китәм,
Уны һыйпап уянам...

Ен тәҙрәһе йотмаҫ борон
Мине табығыҙ әле,
Ҡалыптарға һыймаһам да,
Сыйнаһам да,
Ҡыйнаһам да,
Тартып алығыҙ әле!..

Зөлфиә Ханнанова.

https://vk.ru/vatandash_journal

Автор:
Читайте нас