

Күктәрем ишелде,
Түшәмем тишелде–
Хараба аҫтында
Ҡалдым, ау,
Түҙҙем, ау,
Ныҡ ҡыҫып тешемде.
Дуҫ тигән ҡыйратты,
Ҡалдым,ау, таяуһыҙ...
Хараба аҫтында
Хыянат сүплеге
Ҡапланы аяуһыҙ.
Ҡайнаны ғәрлегем,
Үҙемде әрләнем:
Хараба аҫтында
Ҡәҙерле башым,ау,
Ятмаһын керләнеп!
Ишелгән күгем, ау,
Иң менән күтәрҙем.
Хараба өҫтөндә,
Көлөнә төкөрөп,
Таянмаҫ таяуға
Йыназа үткәрҙем.
Ау!
Гөлнур Яҡупова
Сығанаҡ: https://vk.ru/agidel_rb