Көнгәк
+21 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
5 Август , 09:00

Сәскә бүләк итегеҙ!

Ялан сәскәһеме, һатып алынған булһынмы - гүзәл заттарға бүләк эшләгеҙ! Бөгөн ҡотороп сәскә атҡан гөлдәрҙе ҡудына оттороғоҙ ҙа күҙенә ҡарағыҙ әле! Күрҙегеҙме, ниндәй бәхет осҡондары ҡабынғанын?!

Матур ҡатын теләй һәр ир-егет!
Ҡасан матур була ҡатындар?
Бының өсөн ирҙәр өйҙәренә
Гөлләмәләр тотоп ҡайтһындар!

Яратҡан ир, мөмкинселек табып,
Наҙлы һүҙҙәр табыр, иркәләр,
Тик шул саҡта ғына һеҙҙең өйҙә
Бәхет менән атыр иртәләр.

Ышаныслы булһа ир-егеттәр,
Күҙенә тик берәү күренһә,
Матур була ҡатын-ҡыҙҙар, әгәр
Мөхәббәткә, наҙға төрөнһә.

Хистәренә тоғро булғандарҙың
Һөйгәнендә булыр йән-тыны,
Ир-егеттең күңеле матур булһа,
Һуш китерлек булыр ҡатыны!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Сәскә бүләк итегеҙ!
Сәскә бүләк итегеҙ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас