

Эшкә яраған ун бер йәшлек ҡыҙыҡаймын. Ялан аяҡҡа ғына галош эләктереп, һыуға сыҡтым. Әсәйем, тиҙ йөрө, тигәнде ишаралап, тәҙрә сиртеп ҡалды.
Галошымды сисеп, йылғаның уртаһынан, таҙараҡ ағымдан, һыу алдым да, юрғалап ҡайтып киттем. Бәй, әсәйем тағы тәҙрә сиртә, бармағы менән аяҡтарыма төртөп күрһәтә: галоштарым яр буйында тороп ҡалған даһа! Биҙрәләремде йәшелсә баҡсаһындағы мискәгә бушаттым да ҡабат киттем һыуға. Барһам, арыраҡ, йылғаның иң сөм бөгөлөндә, тиҫтер ҡыҙҙар сыр - сыу килеп һыу инәләр. Көйәнтә - биҙрәләремде бер ситкәрәк туғарҙым да, теге галоштарымды ла шул тирәгә ҡуйып, йүгерҙем бөгөлгә. Йөҙөргә яратам мин! Иң аҙаҡҡа ҡалып ҡайтырға сыҡтым. Ай, әсәйем тағы ла ҡаты итеп тәҙрә сиртте. Был юлы галошым ғына түгел, көйәнтә-биҙрәләрем дә ярҙа ятып ҡалған шул! Өсөнсөгә тороп саптым Өйә буйына. Был юлы галоштарымды кейеп үк керҙем йылға уртаһына – кәртәгә кейҙереп киптерермен әле.
Шул арала әсәйемдең әхирәте Мәғүҙә апай килгән, сөкөрләшеп һөйләшеп ултыралар. Мине һөйләйҙәр. Әсәйем әйтә:
–Уф, ошо баланы! Иҫәр, тиһәм, яҡшы уҡый, гел бишле алып ҡайта мәктәптән. Иҫәр түгел, тиһәм, иҫен юғалтып йөрөй ҙәһә! Уҡытыусыһы ла килешкән, шиғыр яҙҙыртҡан булып, баланың башын ҡатыра.
–Кит, нишләп иҫәр булһын, хыялый, тип әйт әле, исмаһам, шиғыр яҙа, тиһең дәһә, – тине Мәғүҙә апай, әсәйемде йыуатып...
Гөлнур Яҡупова.