Әҙәбиәт
7 Августа , 03:05

Һәр кем үҙенсә йәшәй

Берәү гел «кәрәк» тип йәшәй, Ә берәү шөкөр итә. Был донъяла һәр кем шулай Үҙенсә ғүмер итә.

Һәр кем үҙенсә йәшәйҺәр кем үҙенсә йәшәй
Һәр кем үҙенсә йәшәй

«Кәрәк» тигәндең күбеһе
Тормошта һис кәрәкмәй.
Йыйып өйрәнгән кешегә
Һәр ваҡыт ниҙер етмәй.

«Шөкөр» тигән, риза булып,
Ҡабул итә барыһын.
Өйөнә ингән ҡунаҡ менән
Бүлешә һуңғы ҡабымын.

«Кәрәк» тиеп йәшәгәнгә
Мал да, даны ла етмәй.
Шөкөр иткән табынында
Бер ҡасан ризыҡ бөтмәй.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

Сығанаҡ: "Һәнәк" журналы

 

Автор:
Читайте нас