Иртәң тыуһа, кисең килеп етә...
Шулай елә аҙна, айҙарың.
Йылдар үтә аҡҡан һыуҙар кеүек
Һәм уйлайһың: Ғүмер!Ҡайҙаһың?
Шул тиҙлектә йөрөй аҙашынып
Ниәт, әйтеү, һөйөү, саф уйҙар.
Саҡ, саҡ һуңыраҡ, өлгөрөрмөн әле
Тип үҙеңде тыйып ҡуйыуҙар.
Ә һуңынан инде әллә була,
Әллә инде бүтән кәрәкмәй.
Йә ҡартлығың етә, йә һаулығың китә
Йә икенсе сәбәп етәкләй.
Шуға күрә йәшәр кәрәктер ул
Бөгөнгөлә, ошо минутта.
Үтәр кәрәк теләк, ниәтеңде,
Ташламайса артҡа секунд та
Үкенеүҙәр кәмер ине бәлки
Үтәлмәгән хыял, нәҙерҙән.
Бөгөнгөлә йәшәү рәүештәрен
Башлайыҡсы бына хәҙерҙән.
( Гөлшат Закирова)