Әҙәбиәт
13 Сентября , 07:00

Һөйгәнегеҙгә үпкәгеҙ юҡмы?

Хәҙер ярат!(оло апайҙың иренә әйткәне))). "Биттәге йыйырсыҡтар тәрәнәйеүе бер хәл, хәтер юғала, быуындар һыҙлай. Бер баш картуф таҙартҡансы, кәстрүлдәге һурпа ташып, газ мейесен бысратып бөтә. Һыу һалмай, сәйгүн яндырыуҙар йышайҙы", тип ихластан уфтанды бер таныш апай. Беҙҙе барыбер ҙә яратыуҙан туҡтамаған бабайҙарыбыҙға рәхмәтле булайыҡ барыбер!

Һөйгәнегеҙгә үпкәгеҙ юҡмы?

Тормош һеҙҙең мөхәббәтте нисек һынаны? Йәш саҡтағы хистәр хистәрҙе тоноҡландырмай олоғаяйыҡ, йәме! Йәнегеҙ көйгәндә нимә тип үпкәләп алаһығыҙ? 

Һин мине яратҡан саҡта

Матур инем, йәш инем,
Ни ҡыланһам да килеште –
Донъяла иң шәп инем!

…Оҡшамай әйткән һүҙем дә,
Бик һайлап хәбәр һүтәм,
Ғәйеп табаһың юҡтан да –
Яратмайһыңдыр бүтән!

Йәмһеҙләнгәнмендер, беләм,
Һүҙҙәрең – йәнгә яра,
Үҙең дә әллә кем түгел,
Ана, көҙгөгә ҡара!

…Шулай инде. Ҡартаябыҙ.
Йәнәшә үтә ғүмер,
Дөрләп янған усаҡтарҙан
Күптән ҡалған көл-күмер.

Көлөн борҡолдатмай ғына,
Бысранмай күмеренә,
Матур менеп ултырайыҡ
Ҡартлығыбыҙ түренә.

Йәшлек уҙған, буяу уңған,
Һағыштарымды тарат,
Йәш саҡта яратыу - пүстәк,
Шәп булғас, хәҙер ярат!
(Фирүзә Абдуллина шиғыры).

 
Һөйгәнегеҙгә үпкәгеҙ юҡмы?
Һөйгәнегеҙгә үпкәгеҙ юҡмы?
Автор:
Читайте нас