

Минең һиңә артыҡ талабым юҡ,
Ышанысты ғына емермә.
Бәхет ағасыбыҙ ҡороп ҡуйыр,
Төбөн шик- шөбһәләр кимерһә.
Бер- беребеҙгә берҙән- бер булып
Ҡалайыҡсы- шул һүҙ доғамда.
Ике күҙем гел эскерһеҙ баҡһын,
Һинең һөйөүеңде тойғанда.
Минең һиңә артыҡ талабым юҡ,
Гел түңәрәк булһын арабыҙ.
Гел әйтерлек булһын:"Етәкләшеп,
Бер- беребеҙгә китеп барабыҙ".
Гел әйтерлек булһын:"Ғүмер буйы
Бер- беребеҙгә китеп барабыҙ,
Бер- беребеҙҙе өтөп барабыҙ,-тип,-
Бер- беребеҙгә етеп барабыҙ..."
Г. Хәлфетдинова.