Әҙәбиәт
20 Сентября , 01:05

Йылмайығыҙ, кешеләр!

Бәхетлеләр йылмая типЫшаналар кешеләр,Юҡ, бәхетлеләр йылмаймай –Йылмаялар көслөләр!

Йылмайығыҙ, кешеләр!Йылмайығыҙ, кешеләр!
Йылмайығыҙ, кешеләр!

Бәхетлеләр йылмая тип
Ышаналар кешеләр,
Юҡ, бәхетлеләр йылмаймай –
Йылмаялар көслөләр!

Белмәйҙәр шул башҡайынан
Ниндәй уйҙар аҡҡанын,
Йылмайғандың күңелендә
Ниндәй һағыш ятҡанын.

Һағыштарҙы һелкеп ташлап,
Киптереп ҡайғы йәшен,
Йәшәй улар бирешмәйсә,
Һөйөп башҡара эшен.

Йылмайһаң, еңелерәк, тип
Йәшәй бары көслөләр,
Яҡтыраҡ булыр донъялар –
Йылмайығыҙ, кешеләр!


Фирүзә Абдуллина.

Автор:
Читайте нас