Көнгәк
-1 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
18 Октябрь , 07:00

Ир-егеттәр бына шундай булһын!

Атайҙар көнө менән!

Добавить в предпочтительные источники Google

Матур ҡатын теләй һәр ир-егет!
Ҡасан матур була ҡатындар?
Бының өсөн ирҙәр өйҙәренә
Гөлләмәләр тотоп ҡайтһындар!

 

Яратҡан ир, мөмкинселек табып,
Наҙлы һүҙҙәр табыр, иркәләр,
Тик шул саҡта ғына һеҙҙең өйҙә
Бәхет менән атыр иртәләр.

 

Ышаныслы булһа ир-егеттәр,
Күҙенә тик берәү күренһә,
Матур була ҡатын-ҡыҙҙар, әгәр
Мөхәббәткә, наҙға төрөнһә.

 

Хистәренә тоғро булғандарҙың
Һөйгәнендә булыр йән-тыны,
Ир-егеттең күңеле матур булһа,
Һуш китерлек булыр ҡатыны!

Фирүзә Абдуллина

Ир-егеттәр бына шундай булһын!
Ир-егеттәр бына шундай булһын!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас