ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Апрель 2023, 18:00

Башҡортостан колледждарында асыҡ көн үтәсәк

22 апрелдә республиканың «Профессионалит» федераль проектында ҡатнашыусы профессиональ белем биреү ойошмаларында берҙәм асыҡ көн үтәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был көн дауамында уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре колледждарҙа профессиональ һынауҙар һәм мастер-дәрестәр ала аласаҡ. Улар өсөн республиканың эре предприятиеларына экскурсиялар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ уҡыусыларға үҙҙәренең мәнфәғәттәрен һәм һөнәри эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәренә мөнәсәбәтен билдәләргә ярҙам итер өсөн анкета алыу һорала.

Кластерҙар һөнәре менән танышыу һәм балалары үҙ ҡулдары менән үҙләштерәсәк һөнәрҙе һынап ҡарау мөмкинлеге булһын өсөн республикала икенсе йыл ата-әсәләр өсөн мастер-кластар үткәрелә. Уҡыу йорттары студенттарының ата-әсәләре һәм юридик вәкилдәре өсөн осрашыуҙар шәхсән, шулай уҡ онлайн үтәсәк.

"Беҙҙеңсә, Берҙәм асыҡ көн – колледждар өсөн уҡыу йүнәлештәрен күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлек. Быйыл профессиональ һынауҙарға һәм мастер-кластарға баҫым яһаласаҡ, уның барышында балалар үҙҙәрен йөҙҙән ашыу талап ителгән эшсе һөнәр буйынса һынап ҡараясаҡ», — тине Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: