+19 °С
Болотло
Бала саҡ! Сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Ниңә шулай тиҙ китәһең? Бик ауыр һинең менән хушлашыуы. Мин һине төштәремдә күреп һағынасаҡмын, бер-ике минутҡа булһа ла кирегә ҡайтарғым киләсәк... мәктәп бүлмәләрендә аҙашып ҡалған ғәмһеҙ, шаян баласағыбыҙҙы эҙләп, изге йортобоҙға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырбыҙ. Бәхетле көндәребеҙ хәтеребеҙҙә ҡәҙерләп һаҡланыр... Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 15 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы ошондай хушлашыу һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәсәк.
Сараларҙа ковидҡа бәйле сикләүҙәр булмай.