ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2023, 17:15

Һынауҙарға бирешмәгеҙ!

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәләүез районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының тәүге директоры Тәнзилә Малабаева Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында сығарылыш класс уҡыусыларына изге теләктәрен еткерҙе.

Һынауҙарға бирешмәгеҙ!
Һынауҙарға бирешмәгеҙ!

“Ил, республика гимнына ҡушылып  йырлауығыҙ өсөн ныҡ ҡыуандым!

Ауыр йылдарҙа йәшәйбеҙ, һынауҙарға бирешмәгеҙ”, - тине ул һәм

туғыҙ йыл рәттән “Йыл уҡыусыһы” премияһын билдәләүҙә ҡатнашыуын әйтеп уҙҙы. Тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Илнара Таһироваға Рәхмәт хаты,  премия тапшырҙы. “Алданғы ҡарашлы, район, ҡала, республика кимәлендәге эштәрҙә әүҙем ҡатнашыусы, ойоштороусы, лидерлыҡ сифатына эйә йәштәр илебеҙгә ныҡ кәрәк. Был хаҡта һинең алған маҡтау грамоталары һөйләй”, - тине Тәнзилә Һибәт ҡыҙы һәм  һәммәһенә уңыштар юлдаш булыуын теләне.

Рәхмәт хаты менән премия шулай 7-се класс уҡыусыһы, телһөйәр, башҡорт теле әҙәбиәте буйынса олимпиадала  еңеүсе  Иркә Иҫәнбирҙинаға һәм 3-сө класс уҡыусыһы, бар яҡтан талантлы, район, ҡала, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан

 Самир Латиповҡа ла тапшырылды.

Һынауҙарға бирешмәгеҙ!
Һынауҙарға бирешмәгеҙ!
Һынауҙарға бирешмәгеҙ!
Һынауҙарға бирешмәгеҙ!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: