ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Декабрь 2023, 12:45

Гүзәл Бикбаева: «Иң ҙур ҡаҙанышым - уҡыусыларымдың уңышы»

Тулыраҡ: 

Гүзәл Бикбаева: «Иң ҙур ҡаҙанышым - уҡыусыларымдың уңышы»
Гүзәл Бикбаева: «Иң ҙур ҡаҙанышым - уҡыусыларымдың уңышы»

Ҡырҡ йыл ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биргән юғары категориялы уҡытыусының хеҙмәт юлы Мәләүез ере менән бәйле. Күгәрсен районы ҡыҙы, Салауат педагогия училищеһын тамамлағас, үҙен тыуған яғына эшкә ебәреүҙәрен һораһа ла, уға юлламаны күрше районға бирәләр. Күрәһең, яҙмышы, эсәр һыуы, ейәр ризығы тап ошо ҡалала булғандыр.
Йәш уҡытыусының мәғариф өлкәһендәге хеҙмәте Арыҫлан мәктәбендә балалар уҡытыуҙан башланып, артабан ҡаланың 3-сө гимназияһында дауам итә. Гүзәл БИКБАЕВА унда утыҙ биш йыл буйы, хаҡлы ялға киткәнсе, башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Училищела алған белемен ул Стәрлетамаҡ педагогия институтында нығытып ҡуя. Юғары уҡыу йортоноң филология факультетын ситтән тороп тамамлай.
- Институттан һуң миңә өлкән кластарҙы уҡытырға тәҡдим итһәләр ҙә, ғүмерем буйы башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләнем. Балаларҙың барыһын да яратһам да, бәләкәстәр яҡыныраҡ булғандыр, күрәһең. Мин уларҙың эскерһеҙ, саф күңеленә һоҡланам, - ти хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә балалар араһында гөрләп йәшәгән педагог.
Гүзәл Исхаҡ ҡыҙының мәғариф өлкәһендәге тырыш һәм намыҫлы ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт стажы юғары исемдәр, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән баһалана. Төрлө йылдарҙа Рәсәйҙең һәм  Башҡортостандың мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары тапшырыла. Ул «БР-ҙың мәғариф отличнигы» исеменә эйә. Педагог шулай ҙа иң ҙур баһаны ата-әсәләрҙең хөрмәтендә, рәхмәтендә һәм уҡыусыларының уңыштарында күрә...

Мәҡәлә тулыһынса баҫманың 49-сы һанында.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: