Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Апрель , 14:40

ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ

Бөгөн ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында "Гүзәллектең юҡтыр сиктәре" тип исемләнгән матурлыҡ байрамы үтте.

ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ

Бөгөн ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында "Гүзәллектең юҡтыр сиктәре" тип исемләнгән матурлыҡ байрамы үтте. Милли кейем аҙналығы сиктәрендә ойошторолған сарала ҡунаҡтар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Өфөнөң "Айлы" милли кейем тегеү оҫтаханаһы етәксеһе, дизайнсы Гүзәл Әбйәлилова үҙ коллекцияһын тәҡдим итте. Уларҙы сәхнәгә колледждың физкультура уҡытыусыһы Алина Великая һәм студент ҡыҙҙар сығарҙы. Гүзәл Ирек ҡыҙы байрамда ҡатнашыусыларҙы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ кейемдәренең барлыҡҡа килеү тарихы, тегелеше, тәғәйенләнеше һәм көнкүрештә ҡулланылышы менән таныштырҙы. Уның сығышы сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Уҡыу учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Венера Хәбирова һәм Таңһылыу Батталова ойошторған йыр-моңға бай, гүзәллеккә сорналған матурлыҡ байрамы һәр кемдең күңелендә тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Л. Хәйруллина фотолары.  

 

ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
ГҮЗӘЛЛЕК СИКҺЕҘ УЛ
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: