Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
20 Август 2021, 16:41

Тыуған көнөн еңеү менән ҡаршы алдылар

Августа “Славянский хоровод” урыҫ фольклор коллективына бер йыл тула. Йәш ансамбль үҙенең тыуған көнөн ярайһы ҙур уңыштар менән ҡаршы ала. Күптән түгел еңеүҙәр тупланмаһын тағы бер награда менән тулыландырҙы. Балаҡатай ерендә ике йылға бер тапҡыр үткәрелгән урыҫ йыры һәм таҡмаҡтары төбәк-ара байрамында уңышлы сығыш яһанылар.

Тыуған көнөн еңеү менән ҡаршы алдылар
Тыуған көнөн еңеү менән ҡаршы алдылар

Августа “Славянский хоровод” урыҫ фольклор коллективына бер йыл тула. Йәш ансамбль үҙенең тыуған көнөн ярайһы ҙур уңыштар менән ҡаршы ала. Күптән түгел еңеүҙәр тупланмаһын тағы бер награда менән тулыландырҙы. Балаҡатай ерендә ике йылға бер тапҡыр үткәрелгән урыҫ йыры һәм таҡмаҡтары төбәк-ара байрамында уңышлы сығыш яһанылар. Эпидемиология шарттарына бәйле, конкурс онлайн-форматта ойошторолһа ла, популярлығын юғалтманы. Унда бөтәһе 288 кеше, атап әйткәндә, 18 солист һәм 30 коллектив ҡатнашты. Конкурсанттар республика район-ҡалаларынан тыш, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Удмуртиянан да бар.

Ольга Танатарова етәкселегендәге “Славянский хоровод” коллективы унда беренсе тапҡыр ҡатнашты һәм “Урыҫ йыры” номинацияһында I дәрәжә диплом лауреаты исемен яуланы.

Тыуған көнөн еңеү менән ҡаршы алдылар
Тыуған көнөн еңеү менән ҡаршы алдылар
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: