Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Сентябрь 2022, 18:00

Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Рәсәй ҡалалары буйлап сәфәргә сыға

18 сентябрҙә Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Рәсәй буйлап гастролдәргә сығырға йыйына

Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Рәсәй ҡалалары буйлап сәфәргә сыға
Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Рәсәй ҡалалары буйлап сәфәргә сыға

Сәфәр “Беҙ – Рәсәй” федераль программаһы сиктәрендә ойошторола. Оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры  – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Линар Дәүләтбаев.

Гастролдәр Ҡурған өлкәһендә башлана, артабан Төмән тарафтарына юллана, ундағы филармонияла ҙур концерттар көтөлә. Милли оркестрҙың туры Чебоксар, Ҡазан, Яр Саллыла дауам итә һәм Ижевск ҡалаһында тамамлана.
 
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 29-30 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ел тыуҙырған моң...» II Халыҡ-ара этник музыка фестивале уҙа. Унда Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры проекттың музыкаль нигеҙен тәшкил итә.
 
18 октябрҙә коллектив Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда концерт бирәсәк. Башҡорт оркестры менән бергә Рәсәйҙең алдынғы музыканттары Константин Захарато/балалайка, Ольга Васильева/гусли һәм башҡалар сығыш яһай. Ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Красноярскиҙа «Тауыштар стихияһы» милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ.
 
 
Фото һәм мәғлүмәт kulturarb.ru сайтынан
 
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: