ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
24 Сентябрь 2023, 21:30

Айыу – уйынсыҡ түгел

Беҙ торҙоҡ та ҡалдыҡ шырлыҡтағы айыу менән бергә. Күп тә үтмәй шырлыҡтағы айыу яман ҡауҡылдап ебәрҙе,шатыр- шотор нимәлер емерелде, беҙ, борсаҡ һымаҡ тәгәрәшеп ауыл яғына тороп саптыҡ.

Социаль селтәрҙә ҙуңғы осор айыуға бәйле мәғлүмәт күбәйеп китте. Урман хужаһын видеоға төшөрһөндәрме, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡурҡыу тойғоһо әллә юҡа сыға кеүек. Айыуҙы уйынсыҡ урынына күреп китәләр. Урман кешеһе генә айыуға бер ҡасан да яҡын бармайҙыр ул. Ошо йәнлеккә бәйле бала саҡ хәтирәләре хәтерҙә уйылып ҡалған.
Олатайым ҡайҙан белгәндер,йәй аҙағында әйтә торғайны, быйыл малға айыу тейәсәк, ем бирегеҙ,оло малды емгә өйрәтегеҙ, тип ултыра торғайны. Ысынлап та, сентябрь айы етһә, тотона айыу берәм-берәм малды һуғырға, бер өй эсенән 2 һыйырын да йыҡҡайны.Шул йылды инәйемдең Кама исемле һыйырын да һуҡты. Һунарсылар көтөп ятып атып алдылар айыуҙы. Ҙуууур ине. Ауылға апҡайтып, итен тараттылар. Әсәйем мас булып ул кәтлит,ул билмән бешерҙе лә билмән өсөн атайымдан әрләнеп ҡуйҙы.Урман йәнлегенең итен ике сәғәт бешерер кәрәк, токсоплазмоз тигән ауырыуы булырға мөмкин икән.
Олатайым
80 йәшен үткәнсе 8-9 км тау яғына йәйәү
бесәнгә йөрөнө. Аҫҡа ҡарап уйланып менеп барғандыр инде. “Хорхолдағанға башты күтәрһәм, айыу тора ике аяғында үрә баҫып.Түшендә матур ғына ағы ла бар.Үҙе ҙуууур. Күҙенә ҡарап мин ҡаттым, ул миңә ҡарап өнһөҙ-тынһыҙ апарыу торҙоҡ та айыу алғы һынын төшөрөп, ағас араһына инеп китте”, - тип һөйләгәйне. Тыңлап ултырған ағай, был ниместе еңгән,пачти Берлинға барып еткән кавалеристы еңеп булмаҫ тигәндер ул, олатай, тигән була. Шулайтты ти, ул айыу һуғыш булғанын ҡайҙан белһен, тигән була олатайым. Мин, һигеҙ йәшек ҡыҙ, эргәләрендә тыңлап ултырам. Атайым олатайымды башҡа бесәнгә йөрөтмәне шунан һуң.
Айыу күргәс, әпәт иҫкә төштө. Ҡыҙҙар менән еләккә йөрөйбөҙ, түшәлеп ятҡан еләк юҡ инде,ә күрше Лиза инәй биҙрәләп йыя ла ҡайта.План ҡорҙоҡ та шым ғына көтәүелләп тороп, киттек Лиза инәйгә эйәреп.Белмәмеш тә күрмәмеш булып,күҙҙән юғалтмай эйәрәбеҙ инде. Хәҙер еләкле ергә бара ла беҙ ҙә биҙрә тултырып йыябыҙ инде. Беҙҙе эй болғап әллә ҡайҙарҙан, тау мендереп- төшөрөп йөрөтә, ныу теге еләкле
ер юҡ инде. Беҙ инде хәҙер бик артта ла ҡалмайбыҙ.Бер заман Лиза инәй яман ҡысҡырып, бер ағас сереген ырғытып ебәрҙе, шырлыҡ яғына ҡарап тетә генә берәүҙе, йөрөйһөң бында еләк йыйырға мишәйтләп, ҡайһыныһын тотоп ашайым тип ултыраһыңмы,
ти бит инде. Һәм юҡ булды. Беҙ торҙоҡ та ҡалдыҡ шырлыҡтағы айыу менән бергә. Күп тә үтмәй шырлыҡтағы айыу яман ҡауҡылдап ебәрҙе,шатыр- шотор нимәлер емерелде, беҙ, борсаҡ һымаҡ тәгәрәшеп ауыл яғына тороп саптыҡ. Мин ҡайғырам инде, Лиза инәйҙе айыу тотто, ашаны инде тип. Күрше бит, ҡапҡа төбөндә уйнаған булып эй көтәм. Юҡ Лиза инәйем, айыуға ем генә булды инде, уның араһында әсәйемде көжгөп сығам, Лиза инәйҙе айыу ашаны, тип. Күпмелер ваҡыт үткәс ҡайтып килә күршем, теп-тере, биҙрәһе тулы еләк. Аҙаҡтан, апаруҡ үҫә төшкәс бер ниндәй ҙә айыу булмағанын, күршемдең хәтәр әртис булғанын аңлайһың да,был мажараны бала саҡтың матур бер хәтирәһе итеп күңел һандығына һалып ҡуяһың.
Курсташымдың (исем-шәрифен әйтергә теләмәне) хәтирәләренән.

Айыу – уйынсыҡ түгел
Айыу – уйынсыҡ түгел
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: