ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Сентябрь 2023, 10:40

Был донъялар шундай яҡты бит ул...

...Ҡосаҡла ла йылмай әле миңә –Юғалһындар борсолоулы уйҙар,Тынысланһын ярһып типкән йөрәк,Мәңге ашҡыныусы әллә ҡайҙа...

...Ҡосаҡла ла йылмай әле миңә –
Юғалһындар борсолоулы уйҙар,
Тынысланһын ярһып типкән йөрәк,
Мәңге ашҡыныусы әллә ҡайҙа...

Был донъялар шундай яҡты бит ул,
Уның йәме – һинең күҙҙәреңдә,
Юҡ, эҙләмә тормош асылдарын
Ҡар өҫтөнән һалған эҙҙәремдән.

Улар һине аҙаштырыр бары,
Уратып алыр тормош бурандары,
Мин дә лабиринттан сыға алмай,
Күпме гиҙәм Өфө урамдарын.

...Был ғүмерҙәр шундай ҡыҫҡа бит ул,
Ҡосаҡла ла йылмай әле миңә,
Һинең ҡосағыңда саҡта ғына,
Йәшәүемде тоям әллә ниңә...


Рәшит Зәйнуллин.

Фото интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: