ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
29 Ноябрь 2023, 17:28

Һәйкәл янында тере һәйкәл...

Бөгөн "Дуҫлыҡ" башҡорт халыҡ театры ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә "Һәйкәл янында тере һәйкәл..." тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша күрһәтте. 

Һәйкәл янында тере һәйкәл...
Һәйкәл янында тере һәйкәл...

Бөгөн "Дуҫлыҡ" башҡорт халыҡ театры ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә "Һәйкәл янында тере һәйкәл..." тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Һәр яҡлап һәләтле яҡташтарыбыҙ ҡуйған тамашаны залда ултырыусылар тын да алмай ҡараны, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Улар, усағын һүндермәй, ғәзиз кешеһен һуғыштан көткән әсәләрҙең, ирҙәрен көткән ҡатындарҙың күңел кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәреп, тамашасы күңеленә тулыһынса еткерә алды. Бөгөн илдәге хәлдәргә ауаздаш күренеш һәм кисерештәрҙе сағылдырған тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәүәҫкәр артистарға рәхмәтебеҙҙе еткереп, уларға ижади уңыштар теләйбеҙ! 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: