Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ӨЛӘСӘЙЕМ БАР САҠТА...

Мин көслө ағымдан, батып ҡуйыуҙан ҡурҡһам да, ҡурҡыуҙы еңеп, ике ҡулым менән өләсәйҙең ҡулына йәбешеп, теште ҡыҫып, теге ярға сыҡтым. Ул көндө үрҙән һыуһаҡлағыстың һыуын  ағыҙғанға, йылғала һыу күтәрелгәйне. Өләсәй һул ҡулына еләкле күнәген тотоп, ә уң ҡулы менән мине күкрәгенә ҡыҫып, һалҡын һыуға инеп китте. Көслө ағым түбәнгә һөйрәй башлағас, ҡурҡыуҙан уға ныҡ итеп йәбешеп алдым. Беҙҙең күнәк һыуға ағып китте...

ӨЛӘСӘЙЕМ БАР САҠТА...
ӨЛӘСӘЙЕМ БАР САҠТА...

Бөтә ауыл уны йылға аръяғындағы тауҙа йыя. Еләклеккә барыу өсөн йылға аша сығырға кәрәк, ә улар мул һыулы ине. Мин көслө ағымдан, батып ҡуйыуҙан ҡурҡһам да, ҡурҡыуҙы еңеп, ике ҡулым менән өләсәйҙең ҡулына йәбешеп, теште ҡыҫып, теге ярға сыҡтым. Ул көндө үрҙән һыуһаҡлағыстың һыуын  ағыҙғанға, йылғала һыу күтәрелгәйне. Өләсәй һул ҡулына еләкле күнәген тотоп, ә уң ҡулы менән мине күкрәгенә ҡыҫып, һалҡын һыуға инеп китте. Көслө ағым түбәнгә һөйрәй башлағас, ҡурҡыуҙан уға ныҡ итеп йәбешеп алдым. Беҙҙең күнәк һыуға ағып китте, шунда аяҡтағы бер нәскиемде тотоп ҡалырға маташыуым иҫтә. Әйбер ҡәҙерен белергә өйрәткәйнеләр шул. Бөгөн уйлап ҡараһаң, ниндәй ахмаҡлыҡ булған! Шул саҡта өләсәй упҡынға ҡолап төшһә, был хәлдең нисек тамамланырын уйлау ҙа ҡурҡыныс. Ике ҡулында ла йөгө булыу беҙҙе имен-аман икенсе ярға сығарҙы. Ул саҡта дүрт йәшлек бала нимә эшләй алыр ине икән? Бынан һуң беҙ башҡаса унда еләккә йөрөмәнек, урман ситендә, ауыл янында ғына йыйҙыҡ...

Илнур БАЙГИЛДИН.

Хәтирә тулыһынса гәзиттең 2-се һанында баҫылды.

Һүрәттә: ҡул эше оҫтаһы Гөлдәр АҠНАЗАРОВАНЫҢ эше.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: