Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Элиталы гимназия

Декабрь башында ата-әсәләр комитеты етәксеһе Сәйҙә Фәйзиевна шылтырата: “Өлфәт Хисмәтович! Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ балаларыбыҙға белем биреп йонсоғандар. Уларҙың ҡышҡы каникул ваҡытында Таиландта, диңгеҙ буйында ял иткеләре килә. Унар меңдән йыйырға тинеләр”.

Элиталы гимназия
Элиталы гимназия

Элиталы гимназия

 

Фатир алып, баш ҡалабыҙҙың үҙәгенә күскәс, йөрөргә яҡын булһын тип, улыбыҙ Моратты, алтынсы класҡа, йортобоҙҙан йыраҡ булмаған гимназияға бирергә булдыҡ.

Рәхим итегеҙ беҙҙең элиталы гимназиябыҙға, – тип ҡаршы алды уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫар Сәғирә Сәлимйәновна. – Балағыҙ бөтә фәндәрҙән дә өлгәшәме? Юҡһа насар уҡыған балаларҙы беҙ алмайбыҙ. Улар беҙҙең күрһәткестәребеҙҙе, йәғни гимназиябыҙҙың дәрәжәһен төшөрә. Беҙҙең уҡыу йорто Өфөлә иң алдынғыһы!

Уҡырға бик һәләтле беҙҙең Морат, быға тиклем мәктәбендә уҡыу йылын Маҡтау ҡағыҙы менән тамамланы, – тинем мин.

Улай булһа ярар, улығыҙҙың белем кимәлен тикшереп тормайбыҙ, ғаризағыҙҙы ҡалдырығыҙ.

Шулай итеп, Морат улыбыҙ уҡыуын гимназияла дауам итте. Быға беҙ әсәһе менән шатланып бөтә алманыҡ. Ни тиһәң дә элиталы уҡыу йорто бит! Гимназияның берҙәм уҡыу формаһы булырға тейеш тигәс, ун биш меңгә ательеға заказ биреп тектереп алдыҡ. Ремонтҡа кәрәк тигәс, шатланып аҡса бирҙек. Ҡатын менән алмашлап гимназияның стеналарын, иҙәндәрен буярға йөрөнөк. Ниһайәт, уҡыу йылы башланды. Ҡатыным Әҡлимә һуңға тиклем эшләгәс, беренсе ата-әсәләр йыйылышына үҙемә барырға тура килде.

Класс етәксеһе Флүрә Ғәлимовна гимназия фондына егермешәр мең һум тапшырырға кәрәк, тине. Был аҡсалар төрлө саралар үткәреү өсөн тотоноласаҡ икән.

Ата-әсәләр комитеты етәксеһе Сәйҙә Фәйзиевна гимназияға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. “Беҙҙең элиталы гимназия балалары, ябай мәктәптәге кеүек, ашхана ризығын ашарға тейеш түгел. Яҡшы уҡыу өсөн туҡланыу ҙа юғары сифатлы булырға тейеш. “Арғымаҡ” рестораны менән килешеү төҙөлгән. Тимәк, балаларыбыҙ ресторандан килтерелгән ризыҡ менән туҡланасаҡ. Һәр бала өсөн ай һайын ун мең һум бирергә кәрәк!” Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булды, әлбиттә, әммә күпселек еңде. Методик ҡулланмалар өсөн өсәр мең йыйырға тинеләр.

Мин йыйылыштан ҡайттым да: “Беҙгә бер баланы уҡытыу, университетта уҡытыуҙан да ҡыйбатҡа төшәсәк”, – тинем.

Ярай, аптырама, – тине ҡатын, – заманы шундай бит, ҡалайтаһың. Икебеҙ ҙә эшләп йөрөйбөҙ, берәй нисек йырып сығырбыҙ әле. Уның ҡарауы Моратыбыҙ элиталы гимназияла уҡый.

Атай! Иртәгә цирк килә тинеләр. Маймылдар була ти. Биш йөҙ һум алып килергә ҡуштылар”, – тине бер көндө улым. Бирҙем инде. Бөтә балалар шатланышып тере маймыл ҡарап ултырғанда минең малай мәхрүм ҡалһынмы ни? Унан тыш, йыш ҡына филармония артистары килеп тора. Улары ла бушҡа сығыш яһамай.

Гимназия директоры Вәзиха Кәшфулловнаның машинаһы ватылыу сәбәпле, йүнәтергә тип өсәр мең, дүртенсегә кейәүгә сыҡҡан завуч Сәғирә Сәлимйәновнаның туйына икешәр мең йыйҙылар.

Уҡытыусылар көнөндә һәр педагогты сәскә гөлләмәләре һәм ҡиммәтле бүләктәр менән ҡотланыҡ. Декабрь башында ата-әсәләр комитеты етәксеһе Сәйҙә Фәйзиевна шылтырата: “Өлфәт Хисмәтович! Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ балаларыбыҙға белем биреп йонсоғандар. Уларҙың ҡышҡы каникул ваҡытында Таиландта, диңгеҙ буйында ял иткеләре килә. Унар меңдән йыйырға тинеләр”.

Өсөнсө сиректе “ҡиммәтле” уҡытыусыларыбыҙ ял итеп, ҡояшта ҡыҙынып, океанда һыу инеп ҡайтып, яңы дәрт менән башланы.

Оҙаҡламай яҙғы каникул да етә. Был юлы ҡайҙа барырҙар?

 

Харис ШӘРИПОВ.

Элиталы гимназия
Элиталы гимназия
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: