Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Туҡтамай ҙа ваҡыт даръяһы...

Эш сәғәте бөтһә, "көн үтте" тип,Ҡыуанам да,һуңынан уйлайым:"Эш сәғәтен һанай-һанай ғына,Уҙа микән ғүмер, Хоҙайым?"

Туҡтамай ҙа ваҡыт даръяһы...
Туҡтамай ҙа ваҡыт даръяһы...
Эш сәғәте бөтһә, "көн үтте" тип,
Ҡыуанам да,һуңынан уйлайым:
"Эш сәғәтен һанай-һанай ғына,
Уҙа микән ғүмер, Хоҙайым?"

Мәшәҡәттән арынып туғандарҙың,
Хәлдәрен дә ҡай-саҡ белмәйбеҙ,
Ҡыҫҡа ғына ғүмер сәғәттәрен,
Үпкә һаҡлап сарыф итәбеҙ.

Килер бер көн,шул саҡ аңларбыҙҙыр,
Һуңлағаныбыҙҙы йәшәргә...
Күпме сәйҙәр эселмәйсә ҡалды,
Үпкә һаҡлап бер-беребеҙгә.

Эш сәғәте бөтә... Көндәр үтә,
Туҡтамай ҙа ваҡыт даръяһы,
Үтһен ваҡыт, ләкин, туғандарым,
Үкенестәр генә ҡалмаһын!

Зөлфиә Йәғәфәрова.
Л. Хәйруллина фотоһы. 
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: