Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Артист булыу еңелме?

Бәләкәйҙән артист бу­лырға хыялландым. Мәк­тәп йылдарында ҙур те­ләк менән йыр, бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Тик ҙурайғас бөтөнләй икенсе юҫыҡты һайлауым үҙем­де әле булһа шаҡ ҡат­ыра.

Артист булыу еңелме?
Артист булыу еңелме?

Бәләкәйҙән артист бу­лырға хыялландым. Мәк­тәп йылдарында ҙур те­ләк менән йыр, бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Тик ҙурайғас бөтөнләй икенсе юҫыҡты һайлауым үҙем­де әле булһа шаҡ ҡат­ыра. Шуғалыр ҙа инде һөт-консерва аҙыҡтары технологына уҡып сыҡҡас, ул һөнәр буйынса бер тапҡыр ҙа эшләп ҡараманым. Үҙемдең тәғәйенләнешемде табыу өсөн кемгә генә уҡыманым: китапханасыға, тегенсегә, уҡытыусыға, психологҡа. «Көнгәк» гәзитенә лә уйламағанда ғына корректор булып урынлашһам, бөгөн гәзиттең бөтә серен белгән хеҙмәткәре тип үҙемде әйтә алам. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Кү­бәләккә әйләнеү» повесын уҡығас минең дә театрҙа уйнап ҡа­рау теләге тыуҙы. Ҡала мәҙәниәт йортонда «Дуҫлыҡ» халыҡ театры эшләгәнен күптән белә инем һәм унда саҡырғас бер һүҙһеҙ ризалаштым. Беренсе репетицияға ғинуар башында килдем. Театрҙы режиссер Гөлзилә Вәлиева 2018 йылдан етәкләй. Ошо осорҙа бик күп пьеса сәхнәләштергәндәр, кәштәлә бихисап Рәхмәт хаттары, грамоталар, дип­ломдар теҙелгән. Был уларҙың ,ысын мәғәнәһендә, тырышлығын, уңышын күрһәтә. Яҡташыбыҙ Хәлиҙә Шәйәхмәтова яҙған "Малай кәрәк, малай" комедияһы буйынса рол­дәр бүленгән ине. Миңә 33 йәшлек Фәриә исемле бер балалы ирһеҙ ҡатын ролен бирҙеләр. Бына шунан инде иң ҡыҙыҡлыһы башланды... Репетициялар! Театрға унға яҡын кеше йөрөй. Ҡайһы берҙә күберәк, ҡайһы берҙә кәмерәк. Репетиция ҡала мәҙәниәт йортонда аҙнаһына ике тапҡыр уҙғарыла. Рәсми рәүештә ул көндөҙгө 3-тән кис­ке 6-ға тиклем дауам итә, әммә бында бөтә артистар ҙа – нимә менән булһа ла мәшғүл кешеләр, шуға күрә был сәғәт төрлөсә бүленә. Мәҫәлән, әгәр бер көн һуңлаһаң йәки килә алмаһаң, барыһы ла аңлай. Шулай уҡ ҡайһы берҙә мәшғүллек арҡаһында ҡайһы бер актерҙар репетицияларҙа тәнәфес яһай ала. Халыҡ театрына йөрөү өсөн кастинг үтеү ҙә кәрәкмәй: теләгән һәр кем килә һәм үҙен һы­нап ҡарай ала. Артабан барыһы ла теләккә һәм тырышлыҡҡа бәй­ле. - Сәхнә ул бер ауырыу кеүек. Үҙенә һәр саҡ тартып тора. Мин дә бер мәл ташлағайным кире килдем, сөнки ҡарап ултырыу ғына күңелһеҙ тойолдо, - ти Хәлиҙә Шәйәхмәтова. Был премьерала ул - минең бейемем. Ролдәрҙе бик оҫта башҡарған Фәрҙәнә Иманғолова һәм Альберт Фазлаев сәхнәлә үҙҙәрен ирекле, еңел тота, пьесала ысын йәшәгән кеүек уйнайҙар. Бер йыл самаһы ҡатнашҡан Ра­зия Бәҙретдинова берҙә яңы­лышмай, роленә тура килтереп уйнауы оҡшаны. Минең кеүек беренсегә килгән Артур Рәхмәтуллин башҡортса бик ауыр һөйләшһә лә, роленең һүҙҙәрен иң беренселәрҙән булып ятланы һәм үҙ геройын килештереп башҡарҙы. Балалар сәхнә биҙәге бит инде ул - индустриаль кол­ледждың ҡыҙҙар, егеттәре лә ҡатнашып йөрөй икән. Уларҙың көйгә һалынған образлы бейеү­ҙәре пьесаға йәм өҫтәй. Репетициялар сәхнәлә түгел, ә йышыраҡ театр бүлмәһендә үтә. Пьесаны ҡуйғанда Гөлзилә Вәлиева теге йәки был фразаны ниндәй интонация менән әй­тергә кәрәклеген, нимәгә ба­ҫым яһарға, нисек хәрәкәт итергә әйтә, күрһәтә. Шулай уҡ үҙ һүҙҙәреңде генә түгел, ә бө­тә геройҙарҙың текстарын, шул иҫәптән һәр йырҙы ла өйрәнәһең. Ниһайәт, премьераны ҡуйыр­ға ваҡыт етте. Бына башланды ла инде йоҡоһоҙ төндәр. Башта уйҙарҙың осо ҡырыйы юҡ: ҡаушармынмы, һүҙҙәрҙе онотмаммы, ҡалтырамаммы, сәхнәлә йы­­ғылып китмәмме... Шулай итеп, бала саҡтағы ҙур сәхнәнән сығыш яһау хыялы юйылмаған булып сыҡты. Тик бының өсөн бик күп тырышырға кәрәклеген аңланым. Тамашасы булып ултырғанда ғына рәхәт икән. Үҙебеҙ театрға, концерттарға йөрөйбөҙ. Уларға баһа бирәбеҙ, ә бында үҙеңә нисәмә күҙ ҡарап ултыра, тикшерә. Әммә тәнҡит булырға тейешлеген аңлайым, сөнки беҙ унан яҡшырабыҙ ғына, үҫәбеҙ, алға барабыҙ. Бына шулай, минең дә бик күп төрлө хоббиға тағы берәү өҫтәлде. Ә актриса булыуы ауырмы-еңелме икәнлеген белгегеҙ килһә, үҙегеҙ театрға килеп уйнап ҡарағыҙ. 

Артист булыу еңелме?
Артист булыу еңелме?
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: