Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ҠАТЫНЫМА

Яландай өй, киң күңелең,Ишегеңдә лә юҡ бигең.Ҡунаҡмы ул, балалармы —Һәр саҡ тулы һинең өйөң.

ҠАТЫНЫМА
ҠАТЫНЫМА
Яландай өй, киң күңелең,
Ишегеңдә лә юҡ бигең.
Ҡунаҡмы ул, балалармы —
Һәр саҡ тулы һинең өйөң.

Ҡояш кеүек балҡып торған
Йөҙөң асыҡ, үҙең алсаҡ.
Түҙемлегең тауҙай, таштай,
Ә минеке... етмәй ҡай саҡ.

Һиңә ҡарап көс-дәрт алам,
Йөрәгемә уттар һалаң.
Өшөгәндә - өшөп булмай,
Усаҡһыҙ ҙа дөрләп янам.

Яландай өй, киң күңелең,
Етмәй һине ҙурлар һүҙем.
Йәнәшәңдә тороуға ла
Бәхетлемен шундай үҙем!

Мәүлит КӘРИМИ.
Л.Хәйруллина фотоһы.
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: