Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ялтырбаш

Ижады ла, шәхси тормошо ла гөрләп барған кеүек Варистың. Тик шуныһы эсен бошора – ҡырҡ йәше тулғайны, шатырлап сәсе ҡойола башланы. Бер-ике йыл үтеүгә ҡабарып торған сәсенән бер нәмә лә ҡалманы тиерлек. Елкә тирәһендә генә әҙерәк үҫә шунда. Ғәҙәттә ир-ат халҡы сәс ҡойолоуға әллә ни ҡайғырмай, әммә Варис өсөн был трагедия. Уға бит тамашасы алдына сығырға кәрәк. Варис Ғиләжев филармонияла йырлай, атҡаҙанған артист. Сәс үҫтерер өсөн ниндәй генә саралар ҡулланманы ул. Витаминдар эсте, хатта сит илдәрҙән ҡыйбатлы дарыуҙар яҙҙырып алды, косметелогҡа процедураларға ла йөрөнө, тик береһенең дә файҙаһы теймәне. Аптырағас, бөҙрәханалағы танышы аша Мәскәүҙән парик яһатып алғайны. Уныһы башында йүнләп тормай, йырлап бөткәс, баш эйәм тиһә, төшә лә китә, суҡынғыр. Хәҙер инде сәхнәгә түбәтәй кейеп сыға. Ҡатыны Фәрзүнә, иренә асыуланған саҡта “Күкәйбаш” тип әрләй. Ҡайһы саҡта яратып “Лысая башка, дай пиражка” тип “шап” иттереп Варистың ялтыр башына һуға.

Ялтырбаш
Ялтырбаш


Бындай саҡта ҡыҙып китеп
бисәһен туҡмап ташларҙай була, үҙен саҡ тыйып ҡала. Фәрзүнәһе ҙур
түрә хәҙер, юғарыла ултыра. Үҙен махсус машина йөрөтә. Өҫтәүенә
депутат! Ҡасандыр ябай белгес булып ҡына эшләй ине, ҡапыл үрләне
лә китте. Фәрзүнә Мөнировна тип кенә өндәшәләр уға. Хөкүмәт
кимәлендә үткән концерттарға, әлбиттә, Варисты, йәғни ирен
ҡыҫтырмай ҡалмай. Атҡаҙанған исемен дә Варис Ғиләжевҡа ҡатыны
алып биреште. Әле филармониянан “Халыҡ артисы” исеменә
ҡағыҙҙар тултырып ебәрҙеләр. Филармонияның художество етәксеһе
Хәнисә Көмөштимеровна, өҫтән фарман булғас, тиҙ арала
ойошторҙо. Хәнисә Вахина, үҙенә оҡшамаған артистарҙы эштән
ҡыуып ултырһа ла, юғарыла кешеләре булғандарҙан шөрләй. Шуға

күрә Варис менән әллә ҡайҙан баш эйеп: “Һаумыһығыҙ, Варис
Марсович!” – тип иҫәнләшә. Фәрзүнә Мөнир ҡыҙына ла сәләм
әйтергә онотмай. Яйы сыҡҡанда уға бүләктәр ҙә ебәрә. Әлбиттә,
кемдең урынынан ҡолаҡ ҡаҡҡыһы килһен инде. Үҙен, ғәйептәре өсөн
ҡыҫырыҡлай башлаһалар, юҡ ауырыуын бар итеп больничныйға ҡаса
һала.
Бер көндө Фәрзүнә эштән ҡайтҡас Варисҡа: “Ялтырбаш шатлан!
Өфөлә сәс күсереп ултырта торған клиника асылған. Иртәгә үк бар,
мин һөйләшеп ҡуйҙым инде. Моғайын машина хаҡы түгелдер!.
Ҡатынынан был хәбәрҙе ишеткән Варис, шатлығынан үрле-ҡырлы
һикерҙе. Иртәгәһен, һөйләшелгән ваҡытҡа клиникаға барып инде.
Сәс буйынса врач-белгестәр иң тәүҙә уның баш тиреһен
тикшерҙеләр. Шунан инәнән тыума сисенергә ҡуштылар.
Уңайһыҙлыҡ кисерһә лә, Варис, врач ҡушҡас сисенеп ташланы. Уны
баштан-аяҡ тикшерә башланылар: “Тәнегеҙҙә әллә ни йөнөгөҙ юҡ,
шулай ҙа башығыҙға күсереп ултыртырлыҡ табырбыҙ инде, тинеләр.
Шулай итеп, врачтарҙың тырышлығы менән, Варистың тәненең
башҡа өлөшөндәге үҫентеләр барыһы ла башына күсереп
ултыртылды. Бер-ике көндән Варис, бәхетле ҡиәфәт менән өйөнә
ҡайтып инде. Төрлө яҡҡа тырпайып торған яңы сәсле ирен күреп
Фәрзүнәһе башта рәхәтләнеп көлдө. Шунан: “Ярар, ни тиһәң дә
хәҙер үҙеңден сәсең бар!” – тип ҡуйҙы.
Харис ШӘРИПОВ.

Ялтырбаш
Ялтырбаш
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: