Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҙур ҡайғыңды уртаҡлашам, тиҙәр...

Ҙур ҡайғыңды уртаҡлашам, тиҙәр, Барыһы ла изге теләктә, Тик бүленмәй ... Бала ҡайғыларын Йолҡоп алып булмай йөрәктән. Гүйә утлы ҡорт йәнгә кергән, Әкрен уртлап эстән кимерә. Бер туҡтамай, бер секундка тынмай... Ауыртыуҙан йәнем илерә. Бүленмәй шул ҡайғы... Һәр бер кеше Үҙ ҡайғыһын үҙе кисерә. Көнөн төнгә, төнөн көнгә бәйләп, Һөйрәп килә һуңғы кисеүгә. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир яҡташыбыҙ Марсель Яманһаринға әсәһе Венера Шәрипованың уңалмаҫ күңел яраһы уның шиғырҙарҙарында сағыла. Һылтанмала Венера Ғәбделхай ҡыҙының башҡа ижад өлгөләре менән дә  таныша алаһығыҙ. 

Ҙур ҡайғыңды уртаҡлашам, тиҙәр...
Ҙур ҡайғыңды уртаҡлашам, тиҙәр...

Мин генәме «балам» тиеп һағышланған?
Күпме йырҙар балаларға бағышланған?
Һәр әсәйҙең күңелендә үҙ балаһы!
Һәр баланың сабып үтәр үҙ далаһы!

Һаҡлап барһын юлларыңда яҙмыш үҙе!
Күрә белһен яҡшылыҡты күңел күҙе,
Аҙашмыйынса атлаһын тура юлдан,
Бәхет бирһен Аллаҡайым уңдан, һулдан.

Ҙур юлдарҙа абынмаһын, балам, тиеп,
Түшәп булмай һуҡмаҡтарға һалам, тиеп,
Ғүмер буйы ут эсендә әсәй йәне,
Һәр иртәһен доға ҡылып ата таңы.

*** *** *** *** ***

Шәмдәлдәрҙә быҫҡып яна шәмдәр,
Әллә ниңә ауыр бөгөн хәлдәр.
Балалар тип һыҙлап яна йөрәк,
Түҙемлектәр, сабырлыҡтар кәрәк.


*** *** *** *** *** ***
Көҙгө елдәр тарта сәстәремдән,
Илайым мин һыҙып эстәремдән,
Ауыр томан булып ята һағыш,
Бу көйөүҙәр һәр әсәгә таныш.

Балам, тиеп тибә беҙҙең йөрәк,
Һау булһындар – бары ошо теләк!
Бәхет-һаулыҡ бир,  тип балаларға,
Теләктәрем һалам доғаларға!

*** *** *** *** *** ***

“Гөлдөр-гөлдөр" -  бер күгәрсен
Тәҙ(е)рә төптәрендә.
Һинең ҡарашыңды күрҙем
Күгәрсен күҙҙәрендә.

"Балаҡайым, балам", - тиеп,
Күҙҙәренә ҡараным.
Моңһоу ғына, сабыр ғына...
Һинең ҡараш, аңланым!

Мөлдөрәп ҡараның миңә —
Өҙөлдө үҙәктәрем.
Ниҙәр әйтергә уйлайһың? -
Белмәйем теләктәрең.

**** **** **** ****

«Яңғыҙ үҫтерҙең бит беҙҙе, әсәй,
Яҙмыш йөгөн яңғыҙ һөйрәнең.
Яуыҙ һүзҙәр беҙгә теймәһен тип,
Гел яҡшыға беҙҙе өндәнең.

Күҙ йәшеңдән, әсәй, әле һаман
Кибеп бөтмәгәндер мендәрең.
Бер тамсы ла ҡабат йәшең таммаҫ,
Яҡты булыр килер көндәрең!”

Шулай тинең, балам... Һәр көн һайын
“Хәлең нисек?”- тиеп һораның.
Бер “Аһ!” тиһәм, осоп килеп еттең,
Ямғыр, буран тиеп торманың...

Мөмкин түгел хәҙер күрешеүҙәр,
Бер киткәндәр кире кайтмай шул.
Тере килеш тамуҡ утындамын –
Сей иттәргә уттар ҡапмай шул...

*** *** *** *** ***

Тауҙар ярып, аға һалҡын шишмә,
Сылтыр-сылтыр килә тауышы.
Күҙ йәштәрем түгәм һыуҙарына
Ағып китмәҫме, тип, һағышым.

Шишмә буйҙарында яңғыҙ ҡайын,
Бирешмәгән елгә, дауылға.
Һыйындым да уға, һорау бирҙем:
Сабырлыҡтар ҡайҙан алырға?

Миңә ҡушылып, кәкүк һағышланды,
Яҙмыштарҙан юҡ, тип, уҙмыштар...
Түҙемлек бир, Хоҙай! Сабырлыҡ бир!
Һынауҙарҙан тора яҙмыштар...

 

Яҙмыштарҙан юҡ шул уҙмыштар, тип,
Зарланыуҙан бер ни үҙгәрмәй,
Юлдарыңда утлы ҡойон булһа,
Кеше аны урап үтәлмай.

Күҙен йомоп, утка керә кеше,
Ҡара күмер була эстәре.
Кемдер үтеп сыға алмай, яна,
Кемдер үтә, етһә көстәре.

Ғүмер булһа, һаман тырыша ул,
Ҡайғы уты йәнен өтһә лә,
Йәшәйем тип йәшәй, ҡайҙа барһын,
Сират күперҙәрен үтһә лә...

Аллаһ бирә һынауҙарҙы беҙгә.
Кемдер үтә, кемдер йығыла.
Кемдер, яраларын өрөп бәйләп,
Тормош арбаһына егелә.

Мин дә бөгөн илай-илай тартам
Хоҙай биргән ғүмер арбаһын.
Сабырлығым, түҙемлегем етәр,
Тик көсөмдө, Аллам, алма һин.

*** *** *** *** ***

Әкрен генә иҫкән таң елдәре, гүйә,

Һинән хәбәр алып киләләр.

Сәстәремдән һыйпап, әкрен генә

“Хәлең нисек, әсәй?” – тиәләр.

Һәйбәт, балам, тимен, йәшәйем әле,

Көн артынан көндәр үтәләр.

Иртән көтәм кисте, төнөн – таңды

Уйҙарыма ҡуйып кәртәләр

Һағынамын, балам! Һағыштарым

Көҙгө елдәй олой йәнемдә.

Йылмайыуым элеп биттәремә,

Тороп китәм инде тағын да...

Мин яңынан өйрәнәм йәшәргә

Һинһеҙ йәтим ҡалған донъяла.

Минең хәлде аңлағандай бөгөн

Ҡара ергә ап-аҡ ҡар яуа...

 

Ҙур ҡайғыңды уртаҡлашам, тиҙәр...
Ҙур ҡайғыңды уртаҡлашам, тиҙәр...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: