Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ТУҠТА...

Туҡта. Тын ал. Эш бөтмәҫ ул.Күҙ һал тирә-яғыңа.Күрәһеңме, зәңгәр күктәҺабантурғай ҡағына?

ТУҠТА...
ТУҠТА...

Туҡта. Тын ал. Эш бөтмәҫ ул.
Күҙ һал тирә-яғыңа.
Күрәһеңме, зәңгәр күктә
Һабантурғай ҡағына?

Бәпембә-себештәр менән
Ҡапланған йәшел үлән,
Муйылдар сәскә ҡоялар,
Муйыл бураны... Беләм!

Беләм дә бит, яҙ ҡыуалай,
Яҙғы көн йыл туйҙыра,
Ул арала бәпембәләр
Аҡ сәстәрен туҙҙыра.

Йәшел үләнгә һуҙылып
Болоттар күҙләгән юҡ,
Көндәрем үтә, әйтерһең
Йәйәнән ысҡынған уҡ.

Үҙемә үҙем бойорам:
Тыныслан. Туҡта. Ял ит.
Яҙ үтә тип бошонаһың –
Ғүмерең ашыға бит!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Л. Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: