Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыр ҡаҙҙарын күрҙем зәңгәр күктә...

Ҡыр ҡаҙҙарын күрҙем зәңгәр күктә,Ҡыйҡылдашып осоп үттеләр.Тауыштары һауаларҙы ярып,Йөрәктәҙе телеп киттеләр.

Ҡыр ҡаҙҙарын күрҙем зәңгәр күктә...
Ҡыр ҡаҙҙарын күрҙем зәңгәр күктә...

Ҡыр ҡаҙҙарын күрҙем зәңгәр күктә,
Ҡыйҡылдашып осоп үттеләр.
Тауыштары һауаларҙы ярып,
Йөрәктәҙе телеп киттеләр.
Зәңгәр генә күктә ап-аҡ ҡына,
Өсмөйөшләп оса ҡаҙҙары.
Әйтерһең дә йыраҡ араларҙан
Ҡайта беҙгә һалдат хаттары.
Ҡымшанырға ҡурҡып баҫып торҙом:
"Иҫән ҡайттығыҙмы, матурҙар? !
Йыраҡтарҙан, утлы нөктәләрҙән
Сәләм ебәрҙеме батырҙар?"
"Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ, сәләмдәр бар һеҙгә,
Иҫән булһын, тиҙәр яҡындар.
Тиҙҙән ерҙә тыныслыҡтар булып,
Имен генә таңдар атырҙар.
Өмөтөгөҙ бер үк өҙөлмәһен,
Хәбәр булмай торһа улдарҙан.
Ҡайсағында ваҡыттары юҡтыр,
Улар үтә ауыр юлдарҙан.
Беҙ осҡанды күреп ул егеттәр,
Ҡулдар болғап сәләм ебәрҙе.
Беҙ ҙә бына имен-аман ҡайтып,
Тапшырабыҙ улар һүҙҙәрен".
Рәхмәт, ҡаҙҙар, өмөт сатҡыларын,
Алып ҡайттығыҙ һеҙ йыраҡтан.
Һеҙҙең тауыш - егеттәрҙең һүҙе.
Әле һаман сыңлай ҡолаҡта.
Г. Көмөшбаева.

Л. Хәйруллина фотоһы.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: