Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ҠАСАН?

Шул тиклем дә йәшәйһеләр киләМатур итеп, көлөп, кинәнеп,Һәр бер көндө йәшәп үтһәң инеҺәр минутын һөйөп, һөйөнөп.

ҠАСАН?
ҠАСАН?

Шул тиклем дә йәшәйһеләр килә
Матур итеп, көлөп, кинәнеп,
Һәр бер көндө йәшәп үтһәң ине
Һәр минутын һөйөп, һөйөнөп.

Хәбәрҙәрҙең изгеләрен генэ
Алып килһен ине һәр бер таң,
Аяҙ булһын ине күк йөҙҙәре,
Имен булһын ине киң Ватан!

Шатландырһын ғына бала-саға,
Артып торһон ине мал-тыуар,
Һәм тыныслыҡ булһын ине ерҙә -
Тыныс илдә генә бәхет бар!

- Ҡасан килер ергә тыныслыҡ? - тим,
- Ҡасан туҡтар ошо ҡан ҡойош?
Эх, йәшәйһе килә тыныс ҡына...
Бөтә донъя менән... тып-тыныс!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: