Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Күрше хаҡы...

Аҡса яғы һәр саҡ ҡайҙалыр етмәй инде һәр кемгә лә. Уларҙың күберәк ваҡыт шулайҙыр. Һәр саҡ аҡса һорап миңә киләләр. Һәр саҡ тиһәм дөрөҫ тә булмаҫ инде.Керә, ултырғыс һорап ултыра, зарлана башлай. Шунан, Азат, аҡса биреп тор, икенсе аҙна йома көнө керетәм. Ҡотҡар, - ти. Күрше хаҡы бар бит. Ризалашам, һәм мең ярым аҡсаны алып, ҡайтарам шул көндә тип сығып китә. Шулай, йома етә, юҡ.Өс йома үтә юҡ. Һүҙгә әүәҫ күршем үҙе лә хәҙер подъезд төбөндә күренмәй. (Күрәһең, минең дәрескә киткән саҡты файҙаланалыр). Шулай биш - алты йома үткәс, минең мәктәптән ҡайтҡанды тәҙрәнән ҡара тороп, тәҙрә аша ғына ырғыта. Ошонан һуң, подъезд төбөндә күберәк күренә. Оҙаҡ итеп һөйләшә. Тик был оҙаҡҡа һуҙылмай шул. Ике йома араһы ла уҙмай тағын керә. Ултырғыс һорап ултыра...

Күрше хаҡы...
Күрше хаҡы...

(Уймаҡ хикәйә)

Донъя шулай, күршеһеҙ кеше юҡ. Минең дә күршеләрем байтаҡ. Ауылда ла, ҡалала ла.

Шундай ут күршеләремдең береһе тураһында һүҙем. Ҡалала минең фатир өс ҡатлы йортта. Подъезда 12 фатир. Тимәк ун ике ут күрше.

Шул ун ике күршемдең береһе Георгий (исемен шартлы рәүештә үҙгәрттем). Ҡыҙыҡ ул. Афған һуғышында ҡатнашҡан. Күршелеккә яҡшы (тиергәлә була).

Ғәжәп кенә лә үҙҙәре.Аҡса яғы һәр саҡ ҡайҙалыр етмәй инде һәр кемгә лә. Уларҙың күберәк ваҡыт шулайҙыр. Һәр саҡ аҡса һорап миңә киләләр. Һәр саҡ тиһәм дөрөҫ тә булмаҫ инде.
Керә, ултырғыс һорап ултыра, зарлана башлай. Шунан, Азат, аҡса биреп тор, икенсе аҙна йома көнө керетәм. Ҡотҡар, - ти. Күрше хаҡы бар бит. Ризалашам, һәм мең ярым аҡсаны алып, ҡайтарам шул көндә тип сығып китә. Шулай, йома етә, юҡ.Өс йома үтә юҡ. Һүҙгә әүәҫ күршем үҙе лә хәҙер подъезд төбөндә күренмәй. (Күрәһең, минең дәрескә киткән саҡты файҙаланалыр). Шулай биш - алты йома үткәс, минең мәктәптән ҡайтҡанды тәҙрәнән ҡара тороп, тәҙрә аша ғына ырғыта. Ошонан һуң, подъезд төбөндә күберәк күренә. Оҙаҡ итеп һөйләшә. Тик был оҙаҡҡа һуҙылмай шул. Ике йома араһы ла уҙмай тағын керә. Ултырғыс һорап ултыра...

Бына шулай йәшәйбеҙ күршем менән. Әле лә ул күренмәй. Был юлы йомалар күберәккә китте. Ҡышҡы каникул ваҡытында алған ине, яҙғы каникул да уҙып китте. Бәлки, йәйге каникулғаса бирер әле. Өс йыл элек ике меңде онотҡан кеүек онотмәҫ бәлки

Күрше хаҡы...
Күрше хаҡы...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: