Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

БОШОНМА!

Бошонма һис, сүп кенә улКеше әре, һүҙҙәре.Шундайыраҡ һүҙҙәрҙе беришетерҙәр үҙҙәре.

БОШОНМА!
БОШОНМА!
Бошонма һис, сүп кенә ул
Кеше әре, һүҙҙәре.
Шундайыраҡ һүҙҙәрҙе бер
ишетерҙәр үҙҙәре.
Кәмһетергә тырышырҙар,
мыҫҡыл итеп көлөрҙәр.
Әммә һиңә күрһәткәнде
үҙҙәре лә күрерҙәр.
Саф йәнеңде ҡарайтырға
маташып та ҡарарҙар.
Саф алтынға бысраҡ йоҡмаҫ!
Һөйләп - һөйләп арырҙар.
Эт һөсләтеп, телләшергә
теләүселәр бихисап.
Бәлки улар миллиондыр -
Алып барма һин хисап!
Башҡаларҙың ҡулы менән
туҡмарға ла теләрҙәр.
Әммә Аллаһ барын күрә -
Шуны белмәй йүләрҙәр.
Нахаҡ һөйләп ышандыра
Була шундай ялғансы.
Әммә уның һүҙҙәренә
ышанмайым бер тамсы.
Ҡаҡлығып та кире ҡайтыр
яҡшылыҡҡа - яҡшылыҡ.
Яуыз йәнгә - яуызлығы,
шаҡшылыҡҡа - шаҡшылыҡ.
Яуызлыҡты кем күп ҡылған -
йөрәктәре ҡанһырар.
Был тормошта ҡылғаныбыҙ
Ҡайтауаздай яңғырар.

Сулпан Миңлебаева.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: