Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Илап та тормайым...

Ир ташлаған ҡатын статусы буламы?

Йөрәгегеҙҙе ярырлыҡ, мәңге ғәфү итмәҫлек һүҙҙәр әйткәндәре бармы һеҙгә?

Башымдан үткәнде яҙайым әле. Ирем менән 15 йыл йәшәнек, яратып өйләнештек. Ҡыҙыбыҙ бар, мәктәптә уҡый.

Ирем былтыр икенсе ҡатынға сығып китте. Минең өсөн аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ булды был хәл. Баҡтиһәң, бөтәһе лә белгән уның ситкә йөрөгәнен, миңә әйтергә генә ҡыйынһынғандар, имеш.

Һуңғы ике йылда миңә ҡарата үҙгәргәнен тоя инем. Һәр нәмәгә бәйләнеп, юҡтан ғына ғауға сығарырға ла күп һорамай. Эштән һуң да, ял көндәре лә йыш ҡына план үтәлмәй тип һуңға тиклем ҡалып эшләүҙәре йышайҙы. Ирҙәргә һүҙ әйтеп ҡара, етәксе үк булмаһа ла уның урынбаҫары булғас, сыҡмайһың тип әйтеп булмай.

Командировкаға ла күп йөрөй, машина яңы булһа ла, ҡайтып етә алмай, ватылдым тип шылтыратыуына ысынлап ышандым.

Сентябрь айы ине. Шәмбе, ял көнө, төш етеп бара. Иртүк ағас ултыртабыҙ тип сығып киткән еренән, ҡайтып инде лә, бер нимә өндәшмәй, юл сумкаһына әйберҙәрен йыя башланы. Аптырап, һорап ҡуйҙым:

  • Тағын командировкағамы, ашап алыр инең,- тим, тәҙрә төбөн һөртөүҙән туҡтап.
  • Мин икенсе ҡатынға китәм,- тигән һүҙҙәренән һуң, ҡулымдағы гөл һауыты, иҙәнгә төшөп ярылды.
  • Яратманым һине, ялҡтым һинең ябайлығыңдан, башҡалар һымаҡ яраттыра ла белмәйһең,- тигән һүҙҙәренең әллә ысын, әллә шаяртыу икәнлеген һаман аңлап етмәй аңшайып торам.

Сумаҙанына әллә нимәләр тултырҙы ла, нисек инде, шулай сығып китте.  

Өҫтөмә һалҡын һыу ҡойолғандай бер ни аңламай тороп ҡалдым. Иң беренсе кисергәнем - шаяртыуҙыр был тип уйланым. Подъезда аяҡ тауыштары ишетелгән һайын улдыр тип көттөм. Иртәгәһенә таныш түгел ҡатын шылтыратты һәм үҙҙәренең мөхәббәт тарихы тураһында һөйләне. Ошонан һуң ғына үҙемдең ир ташлаған ҡатын икәнлегемде аңланым. ... Юғалып ҡалдым - бынан һуң нисек йәшәрмен, баланы нисек аяҡҡа баҫтырырмын.

Быйыл һабантуй алдынан ирем үҙе килде. Йонсоған, ябыҡҡан. Нимә тип әйтте тип уйлайһығыҙ? Ғәфү үтенә, хаталандым, башымды бутаны,- ти.

  • Ҡыҙым 9-сы класты тамамланы, эшем, йәшәр йортом бар, ә бына һиндәй ир булмаһа ла, йәшәй алам тип, ишектән эткеләп сығарҙым. Күңелемдә ниндәйҙер еңеллек, тантана кисерҙем хатта!

Йыл буйына күңелем тынысланды, әҙерләгән ашымдан етешһеҙлек тапҡан, минең ихласлығымдан насарлыҡ эҙләгән кешенең, ысынлап та, булғандан булмағаны яҡшы бит. Ир хыянатына түҙгәнсе,  бер үҙем йәшәйем мин.

Илап та тормайым...
Илап та тормайым...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: