Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ҒАШИҠ БУЛЫР ИНЕМ...

Һин янымда шатлыҡ-һағышымда,Һинең менән бергә тын алам.

ҒАШИҠ БУЛЫР ИНЕМ...
ҒАШИҠ БУЛЫР ИНЕМ...


Һинең менән мин күктәргә ашам,
Һин булмаһаң, мин дә юғалам.

Сабырлығың, тыйнаҡ йылмайыуың-
Ир-егеттәр өсөн матурлыҡ,
Был донъяла һис кем юҡтыр кеүек
Һинең кеүек, күңел ятырлыҡ.

Мөхәббәтең менән сорнағанһың,
Йәшәр өсөн һинән көс алам.
Һиңә ҡабат ғашиҡ булыр инем,
Әгәр күптән ғашиҡ булмаһам!

ФИРҮЗӘ АБДУЛЛИНА ШИҒЫРЫ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: