Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Йәрмәкәй районында тыуып үҫкән билдәле үҙешмәкәр композитор Рәис Ханнановтың йырҙарын башҡарыусылар ҡатнашлығында «Уфтанма» тип исемләнгән фестиваль-конкурс үтте.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Йәрмәкәй районында тыуып үҫкән билдәле үҙешмәкәр композитор Рәис Ханнановтың йырҙарын башҡарыусылар ҡатнашлығында «Уфтанма» тип исемләнгән фестиваль-конкурс үтте.

Композиторҙың ижадын һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған конкурста яҡташыбыҙ, ҡаланың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһы хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина ҡатнашты. Ул композиторҙың «Ал һин мине ҡайнар ҡосағыңа» тип исемләнгән йырын башҡарып, авторҙың махсус призына лайыҡ булды. Һәләтле райондашыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: