Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ...

Йөрәк аша уҙҙырмағыҙҺәр бер ишеткән һүҙҙе.Бирешмәгеҙ ауырлыҡҡа,Йомоғоҙ, бер аҙ күҙҙе.

Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ...
Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ...

Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ
Һәр бер ишеткән һүҙҙе.
Бирешмәгеҙ ауырлыҡҡа,
Йомоғоҙ, бер аҙ күҙҙе.

Моңһоу насар уйҙарҙы ла
Йөрәктәргә индермәгеҙ.
Ҡолаҡ ишеткән ғәйбәтте,
Зинһар, һөйләп йөрөмәгеҙ.

Йөрәк түрендә һәр ваҡыт
Булһын аҡлыҡ, таҙалыҡ.
Ә күңелдә гел йәшәһен,
Мәңгелек бәхет, шатлыҡ.

Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ
Тормоштоң һынауҙарын.
Төҙәтергә бик ауыр ул,
Йөрәктең яраларын.

Зөфәр Бохаров.

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: